Яны Белокатай
+24 °С
Ямғыр
События и факты
15 Февраль 2021, 12:19

Безработные могут временно трудоустроится

Эшһеҙҙәр ваҡытлыса эшкә урынлаша алаБалаҡатай районы буйынса халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге эш биреүселәрҙе эш эҙләүҙә ауырлыҡтар кисергән эшһеҙҙәрҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырыуҙы күҙ уңында тотҡан “Хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡтың мәшғүллегенә ярҙам итеү” дәүләт программаһында ҡатнашырға саҡыра.

Ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу программаһы өҫтәмә эш хаҡы алырға, шулай уҡ үҙеңде социаль-файҙалы итеп тойорға булышлыҡ итә. Эш эҙләүҙә ауырлыҡтар кисергән эшһеҙҙәрҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу уларҙың хеҙмәткә хоҡуғын тәьмин итеүгә, шулай уҡ ошо категория граждандарҙа даими эшкә урынлашыу теләген һаҡлауға йүнәлтелгән.
Бынан тыш, халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте органдары эш биреүселәр менән төҙөлгән килешеүҙәргә ярашлы, ваҡытлыса эштә ҡатнашҡан эшһеҙ граждандарға өҫтәмә матди ярҙам күрһәтә ала. Матди ярҙам эш менән тәьмин итеү үҙәгенең граждандарҙың кредит ойошмаларында асылған лицевой счеттарына аҡса кәсереү юлы менән тормошҡа ашырыла.
Эш эҙләүҙә ауырлыҡ кисергән граждандар категорияһына инвалидтар, иректән мәхрүм итеү рәүешендә яза үтеү учреждениеларынан азат ителгән кешеләр, 14-18 йәштәге бәлиғ булмағандар, пенсия йәше алдындағы кешеләр, бәлиғ булмаған һәм инвалид бала тәрбиәләгән яңғыҙ һәм күп балалы ата-әсәләр инә.
Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә: Яңы Балаҡатай ауылы, Совет урамы, 111 (1-се ҡат, мәғлүмәт залы). Белешмәләр өсөн телефон: 2-17-28, 2-17-75.
Н.Брязгина, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге начальнигы
Читайте нас