Яны Белокатай
+24 °С
Ямғыр
События и факты
20 Ғинуар 2021, 07:42

“Ҡарауһыҙ эттәр” проблемаһы

Яңы Балаҡатай ауылы халҡын урамда йөрөгән ҡарауһыҙ эттәр проблемаһы борсой

Ҡарауһыҙ эттәр тураһындағы мәсьәлә айырым әһәмиәт ала. Кешенең дүрт аяҡлы дуҫтары йәй уңайлы шарттарҙа йәшәһә һәм берәмләп йөрөһә, һыуыҡтар башланыу менән өйөргә тупланалар. Уларҙың күптәре ҙур хәүеф тыуҙыра.
Хужаһыҙ эттәр һәр ауылда тиерлек бар. Ҡайҙалыр күберәк, ҡайҙалыр аҙыраҡ. Эт өйөрө район халҡын хәүефкә һала, урамдарҙы, ихаталарҙы һәм сүп-сар бактарын баҫып алған. Урам эттәре балаларға һөжүм итә.
“Башҡортостан Республикаһында хужаһыҙ хайуандар менән эш итеү буйынса эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыу тәртибе” тураһындағы ҡарарға ярашлы,хужаһыҙ эттәрҙе тотоу менән район Хакимиәте менән килешеү төҙөгән махсус ойошмалар шөғөлләнә. Контрактҡа ҡул ҡуйылғас, махсус ойошма тураһында мәғлүмәт райондың рәсми сайтында урынлаштырыла.
Ошо Тәртиптең 1-се ҡушымтаһына ярашлы, махсус ойошмаға йә иһә телефон аша хужаһыҙ эттәрҙе тотоуға ғариза тапшырыла, ул ғариза биреүсенең бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәрен (фамилияһы, исеме, атаһының исеме, ғәмәлдә йәшәгән адресы, йә иһә юридик берәмектең исеме, урыны, бәйләнеш өсөн телефоны) күрһәтеп, журналда мотлаҡ теркәлә. Тәртипкә ярашлы, түбәндәге саралар үткәрелә: хужаһыҙ эттәрҙе тотоу, хайуандар өсөн приюттарға тапшырыу, аҫрау,юғалған эттәрҙе хужаһына кире тапшырыу, шулай уҡ эттәргә яңы хужалар эҙләү агрессивлыҡ күрһәтмәгән хужаһыҙ эттәрҙе элекке урынына кире ҡайтарыу.
Берәҙәк эттәрҙе тотоу кәрәк булғанда кешеләр шулай уҡ ауыл совета хакимиәтенә мөрәжәғәт итә һәм ғариза ҡалдыра ала. Берәҙәк эттәр проблемаһын хәл итеү еңел түгел. Закон буйынса уларҙы атыу тыйыла. Ҡарауһыҙ эттәрҙе тоторға һәм билдәле осорға ваҡытлыса тотоу урынына урынлаштырырға ғына ҡала.
2020 йылдың декабрендә генә һигеҙ ауыл советы бмиләмәһендә 35 эт тотолдо. 2021 йыл башында ҡайтанан йөрөп смығыу ҡарала.
Кешеләр ашатҡан хужаһыҙ хайуандар аҙыҡ эҙләүгә мохтаж түгел. Әммә уларҙың һунар итеү инстинкты ҡала. Улар өйөргә туплана һәм юлында осрағандараға һунар итә башлай. Кинологтар эт арттан ташланмаһын өсөн арҡа менән берәй нәмәгә терәлергә һәм һелтәнеп ҡотолорға тырышырға кәңәш итә. Көрәш ҡоралы булып таяҡ хеҙмәт итергә мөмкин. Таш һөҙөмтәһеҙ, сөнки ул өйөрҙәге башҡа эттәрҙе үсектереүе ихтимал. Шапылдаҡтар, петардалар һәм уҫаллыҡ осраҡтарҙың яртыһында ғына һөҙөмтәле, сөнки хайуандар бынан ҡурҡмаҫҡа мөмкин. Ҡысҡырырға, ярҙамға саҡырырға кәрәк. Электр шокеры һәм боросло баллончик иң яҡшы һаҡлай.Өйөрҙө урап үтеү мөмкинлеге булмаһа, күмәкләп йөрөргә кәрәк. Эттәрҙең ғәҙәттә йәшәгән урындары – төҙөлөштәр һәм гараж биләмәләре. Ҡараңғы төшкәс, улар янында йөрөмәү хәйерле. Эт ташланһа, үҙеңә йығылмаҫҡа тырышырыға һәм эт менән бәйләнешкә инергә маташмаҫҡа кәрәк.
Ҡарауһыҙ эттәр һәм бесәйҙәр – кешенең, тәү сиратта, хужаһының уларға ҡарата яуапһыҙ һәм аҡылһыҙ ҡарашы һөҙөмтәһе булыуын онотмаҫҡа кәрәк. Яҡын йылдарҙа ҡарауһыҙ хайуандар артыуы йә иһә кәмеүе тап кешегә бәйләнгән.
БР Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 5.2-се статьяһына (”Йорт хайуандарын аҫрау, прогулкала йөрөтөү, тотоу һәм йоҡлатыу тәртибен боҙоу”) ярашлы, Башҡортостан Республикаһы норматив акттары менән билдәләнгән йорт хайуандарын тотоу һәм прогулкала йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоу граждандарға 1-2 мең һум, вазифалы кешеләргә - 3-5 мең һум, юридик берәмектәргә - 30-40 мең һум штраф һалыуға алып килә.
Эт һәм бесәй хужаларына уларҙы аҫрау һәм прогулкала йөрөтөү ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәргә кәрәк, һөҙөмтәлә был район халҡының хайуандар һөжүм итеүе сәбәпле медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеүен кәметергә булышлыҡ итәсәк.
Полина Никулина
Читайте нас