Яны Белокатай
+24 °С
Ямғыр
СӘЙӘСӘТ
30 Декабрь 2020, 08:19

"Иң ҙур хатам шул булғандыр..."

Башҡортостан Башлығының йыл йомғаҡтарына арналған ҙур матбуғат конференцияһында уның 2020 йылдағы иң ҙур ҡаҙанышы һәм иң ҙур хатаһы тураһында һоранылар.

Быйылғы йылдың иң ҙур хатаһы тип Башҡортостан Башлығы Ҡуштау мәсьәләһен атаны.
– Мин Ҡуштауҙағы хәлде башта ныҡлы аңлап етмәгәнмен, - тине республика етәксеһе. - Ә Ҡуштау проблемаһы, “Сода”ны биреү тарихы кешеләргә ҡарата ғәҙел түгел ғәмәл булған. Ул проблемалар бер-береһенә ҡатланды – йәмғиәттең талабына әйләнде. Мин быны баһалауҙа яңылыштым, быны таныйым. Моғайын, шул мәсьәлә йылдың иң ҙур хатаһы булғандыр, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе фекеренсә, йыл дауамында башҡа тактик хаталар ҙа булған. Мәҫәлән, коронавирус инфекцияһына бәйле. Ул саҡта юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға аҙна һайын үҙгәрештәр индерелеп торҙо. Хөкүмәт даими рәүештә хәлде тикшереп, уны ҡануниәт кимәлендә көйләне.
– Ҡайҙалыр эшләп еткерелгәндер, ә, бәлки, юҡтыр. Төп хатамды атаным. Ә башҡа йәһәттән йыл һәйбәт үтте тип уйлайым. Ҡаҙаныштарға килгәндә, Евразия ғилми үҙәге, махсус иҡтисади зона булдырыу, Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү буйынса ил Президенты ҡарары булыуы тора. Быларҙың барыһы ла - ҙур хеҙмәт. Ундай проекттар еңел генә булдырылмай. Шуға күрә 2020 йыл, коронавирус инфекцияһы менән көрәшеүҙе иҫәпкә алмағанда, һөҙөмтәле йыл булды, - тине Радий Хәбиров.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас