Яны Белокатай
+24 °С
Ямғыр
Новости
30 Октябрь 2023, 06:50

Минең исемем һиңә нимәне аңлата?

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ!  Район тарихи – тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең  аҡлан, йылға, тау, йырын һәм башҡа география   урындарының исеме нисек  килеп сығыуы тураһында  һөйләргә һорауына беренсе яуап килде.

Атаршанан Фаил  Вәлиев Түбәнге Үтәш ауылында йәшәүсе Рәүеф Мурзиндың  үҙ ауылы ғына түгел, ә яҡын – тирәләге башҡа ауылдарҙың да  исемдәре – топонимдарының ҙур исемлеген төҙөүө тураһында хәбәр итте. Мәҫәлән,  Атарша, Түбәнге Үтәш Һәм Үрге Үтәш ауылдары аша аҡҡан Тарша йылғаһы тәүҙә беренсе күсеп килгән кешенең исеме буйынса Адарша тип йөрөтөлгән. Әйткәндәй, исемдәрҙең күпселеге бында күсеп килгән йә иһә ошо урындарҙа һәләк булған кешеләрҙең исеменән килеп сыҡҡан. Күп йылдар үтеү сәбәпле  был кешеләрҙең яҙмышы ла билдәһеҙ.  Атарша йылғаһы  урындағы кешеләр исеме менән аталған  Айсаҡай һәм Илүкәй йылғалары ҡушылған урында башлана,  ауылға ла йылға исеме бирелә, һуңынан  уны Красный Муравей тип үҙгәртәләр.  Шулай уҡ  Көхәп (Кухап, һүҙҙең  килеп сығышы билдәһеҙ) һәм Шөғөр  –  шыбырҙап (башҡорт теленән тәржемә иткәндә – үҙ һүҙле йылға, йә  аҡрын, йә иһә көслө ағымлы) йылғалары ҡушыла. Артабан йылғаға  беренсе һәи икенсе Билзән (Бильзян, килеп сығышы билдәһеҙ), Байбикә (бай ҡатын), Куянка (ҡуян йылғаһы), Кинйәкәй (кеше исеме), Ҡарамалы (ағас) hыуґарын ҡоя, хатта был йылға ағып төшкән тауҙар ҙа  Ҡарамалы тауҙар, шулай уҡ Батҡан яҡ тип йөрөтөлә.

Бәләкәй тыуған иленең тарихына, яҙмышына битараф булмаған кешеләргә мөрәжәғәт итәбеҙ –  теге йә иһә был исемдең нисек килеп сығыуы, ошо урынға бәйле тарих һәм риүәйәттәр тураһында  һөйләгеҙ, яҙығыҙ.

Һеҙҙең хикәйәләрегеҙ район гәзитендә “Минең исемем һиңә нимәне аңлата?” башы менән баҫылып сығасаҡ. Шылтыратыуҙар аҙна һайын йома көндәрендә 8   (34750)  2-12-51, 2-15-17 телефондары аша ҡабул ителә. Шулай уҡ иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем хикәйәгеҙҙе беҙгә музейға йә иһә редакцияға алып килә: Яңы Балаҡатай ауылы, Совет урамы, 124 йә иһә түбәндәге ад-рестар буйынса электрон почтаға ебәрә алаһығыҙ: belokikm@ mail.ru, belokatai.gazeta@mail.ru.

 

Г. Хєлилова, район тарихи-тыуѓан яљты µйрєне музейы директоры

Автор:Светлана Малухина
Читайте нас