Яҡташыбыҙ, прапорщик һәм рота старшинаһы “Башҡорт” ҡушаматлы Тимур Ринат улы Харисов бына бер йыл инде махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итте.
Ул 1994 йылда Түбәнге Үтәш ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағас, үҫмер Өфө урман техникумына уҡырға инә. Һуңынан уны РФ Ҡораллы көстәре сафтарына Смоленск өлкәһенә һауаға ҡаршы оборона ғәскәрҙәренә хеҙмәткә алалар. Хеҙмәтен тултырғас, Тимур үҙенең ғүмерен контракт хеҙмәте менән бәйләргә була. Өс йыл Екатеринбург ҡалаһында стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Контракт срогы тамамланғас, Себергә китеп эшкә урынлаша.
Өлөшләтә мобилизациялау ваҡытында 2022 йылдың 굴µндє Тимур Ҡазанға хәрби әҙерлек үтергә ебәрелә.
“Мин повестка көтә, быға әҙер инем инде, шуға күрә ғаиләмде – ҡатынымды, балаларымды һәм әсәйемде алдан әҙерләнем. Алты сәғәттә йыйынып сығып киттем”, – тип хәтерләй Тимур.
Ике айҙан ул Донецк республикаһына хәрби хәрәкәттәр зонаһына килә һәм шунда уҡ алғы һыҙыҡҡа эләгә. Тимур Харисов хәрби хеҙмәтен мотоуҡсылар полкында рота старшинаһы вазифаһында үтә.
“Унда беҙ барыбыҙ ҙа бер ҙур ғаилә. Минең бурыстарыма егеттәрҙе ҡорал, боеприпастар, хәрби техника менән тәьмин итеү, яугирҙәрҙе позицияла урынлаштырыу, аҙыҡ-түлек һәм кәрәкле бар нәмә менән тәьмин итеү инә”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды хәрби хеҙмәткәр.
Быйыл май айында ул ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла булып китте. Хәҙер иһә Тимур сәләмәтлеге торошо буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан. Әле ул район дауаханаһында дауалана. Һуңынан уға Екатеринбург ҡалаһы госпиталендә операция эшләтәһе бар.
Тимур Харисов ошо көндәрҙә үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында көрәш буйынса асыҡ төбәк турнирын төп ойоштороусы һәм бағыусы булып сығыш яһаны. Турнир Түбәнге Үтәш ауылы мәктәбенең спорт залында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға теләктәшлек белдереү йөҙөнән үтте. Турнирҙың 150 йәш көрәшсеһе үҙҙәренең юғары спорт кимәлен күрһәтте.
“Осраҡтан файҙаланып, йәштәрҙең үҙен армияла хеҙмәткә әҙерләүен, яҡшы уҡыуҙарын, спорт менән шөғөлләнеүҙәрен, камиллашыуҙарын, алға хәрәкәт итеп һәр саҡ позитив булыуҙарын теләйем. Унда, алғы һыҙыҡта булғанда, мин тыуған яҡтарымды бик һағынам. Ҡайһы саҡта башҡорт йырҙарын йырлап ебәрәм, был мине тынысландыра. Мин беҙҙең еңеүебеҙгә ышанам, беҙҙең башҡа юлыбыҙ юҡ. Беҙ еңербеҙ!” – тине ышаныслы итеп беҙҙең батыр һәм ҡыйыу һалдатыбыҙ.
Л. Архипова