Яны Белокатай
+24 °С
Дождь
Новости
30 Октября 2023, 06:40

Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ

Билдәле яҙыусы В. Астафьев былай тигән: “Уҡытыусының фамилияһын оноторға ла  була, әммә беҙҙең күңелебеҙҙә “Уҡытыусы” тигән һүҙҙең ҡалыуы мөһим”.  Мин  был һүҙҙәр менән килешмәйем, сөнки Түбәнге Үтәш мәктәбендә  был уҡытыусыны һәйбәт педагог тип беләләр һәм уның фамилияһын да  онотмайҙар.

Фәим Сәғҙәт улы Зарипов 1964 йылда Түбәнге Үтәш ауылында донъяға килә. Армияла хеҙмәтен тултырғас, Өфөлә Башҡорт дәүләт университетына биология һәм химия факультетына уҡырға инә. Университетты тамамлағандан һуң  туған мәктәбенә биология һәм химия уҡытыусыһы булып ҡайта, тәүге көндәрҙән үк эшкә  сума. Уҡытыусы дәрес үткәреүҙең  традицион, шулай уҡ традицион  булмаған формаларын һәйбәт белә, интеграциялы дәрестәрҙе киң файҙалана, биологияның  әҙәбиәт, физика, физик культура һәм химия менән фән-ара  бәйләнештәрен файҙалана.  Үҙенең дәрестәрендә  уҡытыусы биологиянан белем һәм күнекмәләр биреп кенә ҡалмай, ә  балаларҙа ергә, “беҙҙең бәләкәй туғандарыбыҙға” һөйөү тәрбиәләй. Һәм һөнәрҙе лә ул осраҡлы ғына һайламаған – мәктәп яны участкаһында томат һәм башҡа йәшелсәләрҙең  уңышына тәжрибә яһарға ярата. Фәим Сәғҙәт улының  төп хеҙмәте  шунда,  уның уҡыусылары –  үҙ иленең лайыҡлы граждандары булған әҙәпле кешеләр. Бик күп балаларҙы  үҙенең фәнен һәм тәбиғәтте яратырға өйрәткән. Уның   тыныслығы,  баҫалҡы  холҡо, интеллигентлы булыуы, “аҡыллы” дәрестәре  уҡыусылар һәм хеҙмәттәштәре араһында ихтирам тойғоһо уята һәм үҙенә тарта.  Уҡытыусының үҙенең эше менән мауығыуы   уның ҡайһы бер уҡыусыларының да һөнәр һайлауына йоғонто  яһаны.

1998 йылда Түбәнге Үтәш мәктәбендә  биология уҡытыусыһының инициативаһы менән алма баҡсаһы ултыртыла. Ауыл советының ул саҡтағы рәйесе Х. Сабирйәнов үҫентеләр һатып алырға аҡса бирә. Фәим Сәғҙәт улы  питомникҡа барып, беҙҙең урынға яраҡлы сорттар һайлап алып ҡайта. Ошо майҙанда матур алмағастар үҫһен өсөн күпме көс һалырға тура килә. Матур, тәрбиәле мєктәп баҡсаһы  уҡыусыларҙа  гүзәллек тойғоһо  һәм тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләй. Шулай уҡ уның инициативаһы менән былтыр Бар быуындар  пограничниктарына һәйкәл асылды.

“Мин – ауыл уҡытыусыһы.   Ауылымдың үҫеше һәм сәскә атыуы  өсөн мин дә яуаплылыҡ тоям”, – ти Фәим Сәғҙәт улы.

Һәр уҡытыусының һөнәрендә үҙенең  уңыш рецебы  бар. Фәим Сәғҙәт улы өсөн иһә – намыҫ, ихласлыҡ, изге күңеллелек, ғәҙеллек һәм һөнәри оҫталыҡ.

 

Үҙ хәбәрсебеҙ

Автор:Светлана Малухина
Читайте нас