Яны Белокатай
+24 °С
Дождь
Новости
16 Октября 2023, 10:35

Яҡташыбыҙ бик һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәште

27 сентябрҙә – 2 октябрҙә Санкт –Петербург ҡалаһында  Халыҡ-ара Оло йәштәге кешеләр көнө уңайынан  Рәсәй пенсионерҙа-рының  VIII спартакиадаһы уҙҙы.

Яҡташыбыҙ бик һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәштеЯҡташыбыҙ бик һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәште
Яҡташыбыҙ бик һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәште

Рәсәйҙең 77 төбәгенән спортсылар бер нисә көн барышында  спорттың еңел атлетика, ҡатнаш эстафета, йөҙөү, өҫтәл теннисы, атыу, шахмат, дартс һәм волейбол кеүек төрҙәрендә ярышты.

Башҡортостан командаһы, яҡташыбыҙ Валерий Шаһибәков та  уның составында ине, дартс буйынса ярышта шәп еңеүгә өлгәште! Дөйөм команда иҫәбендә  республиканың йыйылма командаһы, Санкт-Петербург  командаһынан ғына ҡалышып, маҡтаулы икенсе урын алды.

“Миңә ярҙам  иткән кешеләрҙең барыһына ла рәхмәт!  Балаҡатай районы флагы минең үҙем менән ине, һәм һәр көн иртән отелдә уянғанда мин беҙҙең символды күрҙем, һәм был мине юғары спорт һөҙөмтәләренә дәртләндерҙе”, –  ти Валерий Адый улы.

 Валерий  Адый улын бик  һәйбәт һөҙөмтә менән ихлас ҡотлайбыҙ! Артабан да  уңыштар һәм яңы бейеклектәргә өлгәшеүегеҙҙе теләйбеҙ!

Район Хакимиәте сайты мәғлүмәттәренән

Автор:Светлана Малухина
Читайте нас