Яны Белокатай
+24 °С
Дождь
Новости
16 Октября 2023, 11:10

Утыҙ биш йылдан һуң

Класташтар ... Билән урта мәктәбе бынан утыҙ биш йыл элек мәктәп тамамлаусыларын йөрәккә шундай яҡын һәм яғымлы һүҙҙәр менән ҡаршыланы.

Мәктәп тамамлаусылар үҙҙәренең яратҡан уҡытыусыларын ауылдың күп функциялы үҙәгенә саҡырҙы, сөнки урта мәктәп нәҡ шунда урынлаша һәм улар яңы мәктәпте тәүге тамамлаусылар була.  Осрашыу сценарийын мәктәп тамамлаусы  Минзилә Сәфиуллина әҙерләгән.  Тәүҙә мәктәп тамамлаусылар беренсе ҡыңғырауҙағы кеүек  шиғырҙар һөйләне, йырҙар башҡарҙы, уҡытыусыларға  сәскәләр һәм бүләктәр тапшырҙы.  Ә һуңынан иһә уҡытыусылары уларҙы һый – хөрмәт менән ҡаршы алды.  Музыка яңғыраны – һәм мәктәп тамамлаусылар уҡытыусылары менән вальс бейергә төштө.

Шулай уҡ мәктәп тамамлаусылар ауыл китапханаһына барҙы, унда китапханасы  А.Мөхәрәмова менән мәҙәниәт хеҙмәткәре ҡаршы алды, стендтар, мәктәп йылдары тураһында видео ҡаранылар.  Сәй артында иҫтәлектәре менән уртаҡлаштылар, үҙҙәре тураһында һөйләнеләр. Елена Шамарина Һамарҙан килгән,  класташтары менән сығарылыш кисәһенән һуң бер тапҡыр ҙа осрашмаған.  Уның балалары бишәү, хәҙер инде өләсәй, пенсияла. Алексей Дунаев Силәбелә полицияла хеҙмәт итә.  Уларҙың ике ҡыҙы, ейәндәре бар. Ғәйнулла Ғабсатаров – кран машинисы, вахта ысулы менән эшләй.  Класташтарыбыҙҙың береһе  Рөстәм Ғәлләмов менєн видеобәйләнеш аша аралаштыҡ. Владислав Химичев Екатеринбургта  эшләй, уның үҙ эше – юл хужалығы, ике ҡыҙҙары бар. Люциә Шакирова Первоуральскиҙа йәшәй, ул фармацевт.  Уның да балалары икәү, ейәндәре бар.  Ғәлиә Закирова  Балаҡатай үҙәк район дауаханаһында эшләй, улы бар.  Элина Ғәлиәкбәрова  Өфөлә, улы Мәскәүҙә йәшәй.  Фәтҡулла Хәкимов  Биләндә йәшәй, улдары төньяҡта эшләй.  Илфат Мөхәрәмов – эшҡыуар, Биләндә ағас эшкәртеү  производствоһы, 2 магазины бар, кафе асты,  юбиляр класташтар осрашыуҙы шунда дауам итте.

Беҙ, пенсионер уҡытыусылар,  мәктәп, дуҫтар – бер һүҙ менән әйткәндә, үҙҙәренең йәшлеге менән шундай йылы ҡыҙыҡлы осрашыу өсөн мәктәп тамамлаусыларға бик рәхмәтлебеҙ.

Раузалия Изахетдинова,

педагогик хеҙмәт ветераны

Автор:Светлана Малухина
Читайте нас