Маскировка селтәрҙәре үргән, автомобиль әҙерләгән, йылы ойоҡбаштар һәм миндек бәйләгән, төҙөлөш материалдары, запас частар, медикаменттар һатып алған, мөмкинлегенә ҡарап финанс ярҙамы күрһәткән, транспорт менән ярҙам иткән кешеләрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Бында, тыныс шарттарҙа беҙгә ваҡ – төйәк булып күренгән нәмәләрҙең нацизмға һәм көс ҡулланыуға ҡаршы көрәшкән егеттәребеҙгә бик кәрәк булыуын билдәләп үтәһем килә.
Беҙ бергәләп яугирҙәребеҙгә сираттағы ярҙам оҙаттыҡ, был беҙҙең бергә көс булыуыбыҙҙы, беҙҙең үҙебеҙҙекеләрҙе ташламауыбыҙҙы аңлата!
Б.Абдрахманов, Чечняла хәри хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар союзы рәйесе