Хәҙер прививка эшләтеү өсөн мотлаҡ поликлиникаға барырға кәрәк-мәй. Һәр йома һайын Яңы Балаҡатай ауылының үҙәк майҙанында киҙеүгә ҡаршы вакцина ҡуйҙыртырға була.
Мәҫәлән, Әшәйҙән А.Ибраһимов йома баҙарына тауар алырға килгән һәм ”ике ҡуянды бер юлы атырға була”: баҙарҙа тауар ҙа һатып ала, вакцина ла ҡуйҙыра. “Был бик уңайлы, сөнки өйҙә мәшәҡәттәр менән фельдшер-акушерлыҡ пунктына барырға кәрәклеге онотола. Ә бында күсмә пунктты күреп ҡалдым, сират ҙур түгел, инеп прививка эшләтергә булдым”, – ти ул. Унан алда тағы ла ике пенсионер прививка эшләтә. Фельдшер Светлана Черепанованың һүҙҙәренә ҡарағанда, вакцина ҡуя башлаған мәлдән алып күсмә пунктта йөҙҙән ашыу кеше прививка яһатҡан. “Халыҡ үҙенең сәләмәтлегенә бик иғтибарлы ҡарай башланы, һәр кем поликлиникаға эш ваҡытында килә алмай, ә бында улар юлайҡан инеп прививка эшләтә ала. Вакцина ҡуйҙырыу өсөн үҙең менән паспорт һәм медицина полисы кәрәк. Процедура алдынан беҙ пациенттың хәлен тикшерәбеҙ –температураһын һәм ҡан баҫымын үлсәйбеҙ, уның киҫкен йоғошло ауырыу менән сирләү-сирләмәүен һәм хроник сире киҫкенләшмәүен тикшерәбеҙ. Бындай осраҡтарҙа прививка эшләнмәй”, – ти фельдшер.
Иғтибарығыҙҙы шуға йүнәлтәбеҙ: нәҡ хәҙер, һалҡын тейҙереү һәм йоғошло ауырыуҙар мәле башланғанға тиклем киҙеүҙән прививка эшләтергә кәрәк. Был айырыуса балаларҙа, оло йәштәге кешеләрҙә, шулай уҡ хроник ауырыуҙары булғандарҙа етди өҙлөгөүҙәр тыуҙырған ҡурҡыныс респиратор ауырыу.
Үҙ хәбәрсебеҙ