Уға РФ Президентының “Российская газета”ла баҫылып сыҡҡан 735-се Указы старт бирҙе. Документта йәш һалдаттарҙы Ҡораллы көстәргә һәм ғәмәлдәге ҡануниәт менән хәрби хеҙмәт ҡаралған башҡа көс ведомстволарына алыуҙың аныҡ һандары атала. Был 130 мең кеше. Бынан тыш, указ көҙ һәм ҡыштың саҡырыу саралары сроктарын билдәләне.
Беҙ Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондарының хәрби комиссары Артур Марс улы Вәлиуллин менән алда торған хәрби саҡырыу тураһында һөйләштек.
-Артур Марс улы, быйылғы саҡырылышта хеҙмәткә яңы алынғандарҙы ниндәй үҙгәрештәр көтә?
-Бында үҙгәрештәр юҡ – хеҙмәткә яңы алынған һуңғы кеше армияға 31 декабрҙән дә һуңға ҡалмай китергә тейеш. Президент Указына ярашлы 18-27 йәшлек РФ граждандары хәрби хеҙмәткә алына. Хеҙмәткә алыу йәшен 30-ға тиклем еткереү этаплап киләһе йылдан башланасаҡ . Процесс 2026 йылдың 1 ғинуарына тиклем һуҙыла. Хеҙмәткә алыныусылар казармала, дөйөм ятаҡта йә иһә диңгеҙ кубригында нәҡ 12 ай буласаҡ.
-Хеҙмәткә яңы алынғандарҙы хәрби хәрәкәттәр территорияһына ебәреүҙәре ихтималмы?
- Барыһынан элек, шуны билдәләп китергә теләйем, 2023 йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә алынған егеттәрҙе Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, шулай уҡ Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә РФ Ҡораллы көстәре подразделениеларының дислокация пункттарына ебәрмәйәсәктәр. Уларҙың унда хеҙмәте, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы ла Генераль штаб пландарында ҡаралмай. Бынан тыш, уларҙы Рәсәй биләмәһендәге частар һәм соединениелар буйлап ҡына бүләсәктәр. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, йәш һалдаттарҙың Сирияла, Тажикстанда, Ҡырғыҙстанда йә иһә илдән ситтә башҡа урында хәрби базала булыу ихтималлығы юҡ. Уларҙы Таулы Карабахта Рәсәйҙең тыныслыҡ һаҡлаусы контингенты составына ла алмайҙар.
-Хәрби комиссариатҡа электрон повесткалар менән хәлде аңлатығыҙ әле.
-Хәрби иҫәп реестры тулыһынса эшкә ебәрелгәнгә тиклем электрон повесткаларҙы тест режимында – ҡағыҙ версия дублеры сифатында ғына ебәрәсәктәр. Хәрби иҫәп реестры һәм электрон повесткалар реестры тураһында яңы нормалар улар төҙөлгән мәлдән башлап эшләйәсәк. Кәрәкле инфраструктура булған төбәктәрҙә электрон повесткалар килеүе ихтимал, әммә быйыл көҙ- ҡыш хәрби комиссариатҡа килеү өсөн төп документ булып яҙма формалағы традицион повестка тора.
-Повестка буйынса хәрби комиссариатҡа килмәһәң, нимә була?
- 1 октябрҙән һуң ”ҡағыҙҙағы” саҡырыуҙы һанға һуҡмаған кешеләргә хәрби комиссариатҡа килмәгән өсөн 30 мең һумға тиклем штраф янай.
- Артур Марс улы, беҙҙең райондан нисә кеше хәрби хеҙмәткә алына?
- Быйыл көҙ Балаҡатай районынан яҡынса 35 кеше хәрби хеҙмәткә алынасаҡ. Хеҙмәткә саҡырыласаҡ егеттәрҙең иғтибарын республиканың хәрби комиссариатында граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу линиялар” эшләүенә йүнәлтәһем килә. Призывниктар һәм уларҙың ата-әсәләре “ҡыҙыу линия” телефондары аша үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бар һорауҙар буйынса яуап алырға мөмкин: