Ҡатын-ҡыҙ һәр саҡ гүзәллек, шәфҡәтлелек, иғтибар һәм изгелек символы булды. Һеҙ ғаиләләрегеҙҙең именлеген һәм тыныслығын һаҡлайһығыҙ, балалар тәрбиәләйһегеҙ, йөрәгегеҙ йылыһы һәм ҡулдарығыҙ наҙы менән йылытаһығыҙ.
Байрам көнөндә иң матур теләктәрем һеҙгә: ҡояшыбыҙ кеүек көләс, Еребеҙ кеүек йомарт, фәрештәләй изге йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙар булып ҡалайыҡ.
Ауыл ҡатын-ҡыҙы – ул үҙе бер төпһөҙ хазина, бәрәкәт, рух байлығы, йәғни, ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә – ауылдың ҡото улар.
Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары Ауылдың уңғандары.
Йөрәк эш тиеп яна Күңел тулы дәрт - дарман.. .
Г.Самоделкина,ҡатын-ҡыҙҙарҙың район советы рәйесе