Элегерәк ”Башҡортостан Республи-каһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында” Законға комендант сәғәтен арттырыу тураһында төҙәтмәләр индерелгәйне. Яңы тәртип йәйге осор өсөн билдәләнде – 1 майҙан 30 сентябргә тиклем.
Әгәр ата-әсәләр йә иһә балаларҙың законлы вәкилдәре ҡағиҙәне боҙһа, уларға 100-500 һум штраф түләргә тура киләсәк. Шуныһы мөһим, әгәр баланың төнгө ваҡытта бер нисә тапҡыр ололарҙан башҡа йөрөүе асыҡланһа, уны иҫкәртеү иҫәбенә ҡуясаҡтар.
Балалар өсөн “комендант сәғәте” бәлиғ булмағандарҙы яҡлау сараларының береһе булып тора. Ул үҫмерҙәр енәйәтселеген кәметеүгә иҫәпләнгән һәм уларҙың хоҡуҡтарын, мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән.
“Башинформ” мәғлүмәттәренән