Яны Белокатай
+24 °С
Ямғыр
Новости
12 Октябрь 2023, 08:30

Исемен намыҫлы хеҙмәте менән яуланы

Беҙ үҙенең хеҙмәте менән районды ойоштороуға һәм үҫтереүгә  ҙур өлөш индергән танылған  яҡташтарыбыҙ тураһында һөйләүебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Әбүбәкир  Хөсәйен улы Байтимеров – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың почетлы гражданы.  Был исемдәрҙе ул намыҫлы хеҙмәте менән яуланы.

 Әбүбәкир Хөсәйен улы  1941 йылда Билән ауылында донъяға килә.  Билән урта мәктәбен тамамлай.  Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1960 йылда “Билән” совхозы эшсеһе сифатында башлай. Һуңынан – армияла хеҙмәт. 1968 йылда ул Башҡортостан ауыл хужалығы  институтына уҡырға инә, уны тамамлағас, йәш белгес туѓан совхозына эшкә килә. Зоотехник, бүлексә управляющийы, баш зоотехник булып эшләй. 1971-72 йылдарҙа – Башҡортостан ғилми – тикшеренеү ауыл хужалығы институтының  Бөрө  тәжрибә-производство  хужалығының баш зоотехнигы. 1972 йылда тағы ла “Билән” совхозына баш зоотехник булып ҡайта, һуңынан совхоз директоры булып эшләй. 1978 йылда уны  КПСС-тың Балаҡатай район комитетының икенсе секретары итеп тәғәйенләйҙәр, 1984-1996 йылдарҙа –халыҡ депутаттарының Балаҡатай район Советы башҡарма комитеты  рәйесе, район Хакимиәте башлығы.

Һуңынан уны Өфөгә эшкә күсерәләр. 1996-2001 йылдарҙа республиканың Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығының Дәүләт әҙерләүҙәр инспекцияһы  начальнигы булып эшләй.

 Әбүбәкир Хөсәйен улы  районды социаль – иҡтисади үҫтереүгә, юлдар, торлаҡ, социаль – мәҙәни объекттар төҙөүгә, газ үткәреүгә ҙур өлөш индерә.  Үҙен талапсан, принципиаль,  районда эштәр торошон  һәйбәт белгән, кешеләргә  иғтибарлы етәксе, тәжрибәле кәңәшсе- тәрбиәсе   итеп күрһәтә.  БАССР Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеме яљташыбыґѓа  1996 йылда бирелә.  2012 йылда Балаҡатай район Советы ҡарары менән уға “Балаҡатай районының почетлы гражданы” исеме бирелгән.

Ҡатыны Делара Хөрмәт ҡыҙы менән бергәләп дүрт балаларын лайыҡлы тәрбиәләп үҫтергәндәр. Хәҙер Әбүбәкир Хөсәйен улы Өфөлә йәшәй.

 

Е.Усольцева

Автор:Светлана Малухина
Читайте нас