Яны Белокатай
+24 °С
Дождь
Новости
12 Октября 2023, 09:30

Балаҡатай районының хөрмәтле халҡы!

Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы Көнө менән ихлас ҡотлайым! Был байрам тыуған яғын  эскерһеҙ яратҡан, уның данлы үткәне менән ғорурланған, уның именлеге һәм  бәхетле киләсәге  тураһында артабан да хәстәрлек күрергә әҙер кешеләрҙе берләштерә.

Республика тәбиғәт байлыҡтарына, үҙенсәлекле тәбиғәткә һәм археологик һәйкәлдәргә бай, шулай ҙа  изге күңелле, һәләтле һәм эшһөйөүсән кешеләре уның төп байлығы булып тора. Башҡортостан уларҙың хеҙмәте ярҙамында ойошторолдо, йәшәй һәм үҫешә.

Райондың бар халҡына  ныҡлы сәләмәтлек, тыныслыҡ, яҡшылыҡтар, именлек, татыулыҡ һәм һәр йортта йәмле булыуын теләйем.

Р.Мәрҙәншин,  РФ Дәүләт Думаһы депутаты

Автор:Светлана Малухина
Читайте нас