Яны Белокатай
+24 °С
Ямғыр
Новости
5 Октябрь 2023, 05:50

Яңы быуын китапханаһы – алтаҡтаны алмаштырыу ғына түгел, ә эштең яңы формаһы

Яңыса ҡороу һµҙµмтєһендє үҙєк район китапханаһы заманса мєҙєни, мєғлүмєт-ағартыу үҙєгенє єүерелде

Үткән йомала “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында Яңы Балаҡатайҙа яңы быуын үҙәк китапхана асылды. Был республикала иҫәбе буйынса ун бишенсе яңы быуын китапханаһы. Сараны асыуҙа Моделле китапханалар департаменты директоры Тамара Ананова, уның урынбаҫары Арина Роот, йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге
начальнигы Лилия Третьякова, “Өҙлөкһөҙ белем алыу үҙәге” идаралығының документтар әйләнеше бүлеге начальнигы урынбаҫары Елена Алексеева, төбәктәр менән эш буйынса бүлектең әйҙәүсе белгесе Жанна Лосич ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының социаль-мәҙәни эшмәкәрлек бүлеге начальнигы Ирек Имәнғәлин, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана директоры Азат Ибраһимов, район Хакимиәте башлығы Мәсхүт Миниғәлин оҙатып йөрөнө. “Беҙ тупланғанлыҡ, милли йолалар, мәҙәниәтте һаҡлау һеҙҙең өсөн нисек мөһим булыуын күрәбеҙ. Һәм нәҡ китапханала барыһын да һаҡлап киләһе быуындарға тапшырыу мөмкин булыуы бик һәйбәт”, – тине Моделле китапханалар департаменты директоры Тамара Ананова китапхана асылыу уңайынан ҡотлап. Ул яңы моделле учреждение директоры Людмила Худяковаға Рәсәй дәүләт
китапханаһы коллекцияһынан китаптар бүләк итте. Тамара Сергеевна, яңы китапхана иң бәләкәйҙәрҙән алып иң өлкәненә тиклем бар халыҡты әүҙем туплар, һәр кем күңеленә оҡшаған шөғөл һәм үҙенә мөйөш табыр, тигән ышаныс белдерҙе. БР Мәҙәниәт министрлығы исеменән ҡунаҡтарҙы һәм байрамда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Ирек Имәнғәлин, китапхана асыу – “алтаҡтаны алмаштырыу ғына түгел, ә
эштең яңы формаһы” тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Автор:Светлана Малухина
Читайте нас