Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембайҙа предприятиеның эше менән танышты. Предприятие директоры Александр Бодрый һөйләүенсә, завод продукцияның күпселек өлөшөн экспортҡа оҙата, уларға республика ярҙам күрһәтә, логистикаға, сертификацияға сығымдар ҡаплана. Заводҡа транспортировка өсөн республика бюджетынан 8 миллион һум бүленгән. Сит илдәрҙә яңы һатыу баҙарҙары ла барлыҡҡа килә. Коронавирус пандемияһы башланғас, предприятие биләмәһендә эшселәр өсөн ятаҡ асылған.
«Беҙ стратегик мөһим предприятиелар иҫәбендә торабыҙ, етештереү процесын туҡтата алмайбыҙ. Рәсәйҙең нефть эшкәртеү заводтарында бензин етештергәндә беҙҙең продукцияны файҙаланалар, шуға күрә ул ныҡ мөһим. Ул баҙарҙа ла бик конкурентлы. Әле илдә башлыса беҙҙең продукция ғына ҡулланыла. Европа баҙарын үҙләштерәбеҙ, Иран менән һөйләшеүҙәр алып барыла, Һиндостанға күберәк оҙатыу планлаштырыла. Быйыл продукция экспортын 40 процентҡа арттырырға ниәтләйбеҙ. Беҙҙе бер ҡайҙа ла көтмәүҙәрен һәм һәр баҙар өсөн көрәшергә кәрәклеген аңлайбыҙ. Шуға күрә хәҙер йәштәрҙе әүҙем йәлеп итәбеҙ, уҡытабыҙ, улар инглиз телен ныҡлап өйрәнә», — тип һөйләне Александр Бодрый.
Бөгөн предприятиела 767 кеше эшләй, уларҙың төп өлөшө – йәштәр, уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы – 44 мең һумдан ашыу.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы әүҙем үҫешә, бында үҙҙәренең ғилми лабораторияһы бар.
Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы продукция экспортын 40 процентҡа арттырырға ниәтләй