Яны Белокатай
+24 °С
Ямғыр
ИҠТИСАД
26 Февраль 2021, 06:34

Үҙгәрештәр бизнесты яҡлау өсөн индерелә

Һуңғы ваҡытта һалым һалыуҙың патент системаһына бәйле бәхәстәр ҡуйыра. Бөгөн республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ошоға бәйле законға үҙгәрештәр индерҙе. Был хаҡта Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты.

“Әлегә яңы башланғыстың нисек эшләрен бөтә эшҡыуарҙар ҙа аңлап етмәй, күптәр ошо сәбәпле патентҡа хаҡтар күтәреләсәк тип хәүефләнә. Ысынбарлыҡта барыһы ла киреһенсә. Үҙгәрештәр бизнесты яҡлау өсөн индерелә. Әлеге ваҡытта, алынасаҡ килемгә берҙәм һалым ғәмәлдән сыҡҡандан һуң, эшҡыуарҙарға былай ҙа еңелдән түгел. Шуға күрә беҙ патент өсөн түләүгә ҡағылышлы системаны үҙгәртәбеҙ.
Яңылыҡтың асылын аңлатыу өсөн финанс министрына һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесенә брифингтар үткәрергә ҡушылғайны. Ул бөгөн уҙғарылды, бынан һуң йүнселдәргә борсолоу өсөн сәбәп ҡалмағандыр, тип ышанам. Эшҡыуарҙарҙың күбеһе минең сәхифәмдәге мәғлүмәттәр менән танышып бара, шуға күрә төп фекерҙәрҙе бында ла ҡуям.
Шулай итеп, быйылғы йылдан эшҡыуарҙар хеҙмәткәрҙәренә түләгән страховка иғәнәләренә патент хаҡын яртылаш кәметә ала. Әгәр үҙе яңғыҙы эшләһә, сумманың нулгәсә кәмеүе ихтимал. Миҫал өсөн көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү тармағын алайыҡ. Элекке һалым һалыу системаһы буйынса өс эшсеһе булған эшҡыуар улар өсөн 40 мең һум түләр ине. Хәҙер, яңы патент системаһына ярашлы, социаль иғәнәләрҙе иҫәпкә алғандан һуң, ул 24 мең һум түләйәсәк.
Тағы ла бер миҫал. Ваҡлап һатыу менән шөғөлләнгән һәм сауҙа залдары тотҡан эшҡыуарҙар өсөн беҙ квадрат метр өсөн берҙәм хаҡ булдырҙыҡ – 60 мең һум. Был алынасаҡ килемгә берҙәм һалым алымы менән сағыштырғанда 18 процентҡа аҙыраҡ. Йәғни, элекке системаға ярашлы, 50 квадрат метр майҙаны булған объект өсөн эшҡыуар һалым сифатында 162 мең һум түләр ине. Яңы закон буйынса түләү 135 мең һум буласаҡ.
Башҡа миҫалдар килтереп тормайым, һүҙҙең асылын былай ҙа аңлап тораһығыҙ: һәр эшҡыуар һалым хеҙмәтенең сайтына инеп, үҙенә кәрәкле патентты иҫәпләтә ала – унда бының өсөн махсус калькулятор ҡуйылған.
Тағы ла бер мөһим яңылыҡ: беҙ патент алыуға хоҡуҡлы эшҡыуарҙар исемлеген 67 төрҙән 85-кәсә киңәйттек. Хәҙер уның менән ваҡлап һатыу, туҡланыу өлкәһендә, йәмәғәт туҡланыуы тармағында эшләгән, автомобиль йүнәтеү оҫтаханаһы йәки автомобиль туҡталҡаһы тотҡан бизнесмендар ҙа ҡатнаша ала.
Һалым һалыуҙың патент системаһы 1 апрелдән эшләй башлаясаҡ. Мин барыһын да шәхсән контролдә тотасаҡмын һәм, патент хаҡы артыуға киткән осраҡта, тиҙ арала законға яңы төҙәтмәләр индереүҙе ойошторасаҡбыҙ. Хәл-торошто контролдә тотоу өсөн Хөкүмәттә махсус эшсе төркөм булдырҙыҡ.
Эшҡыуарҙарҙың шуны аңлауын теләйем: бер кем дә уларҙан мөмкин булғандан артығын түләтергә йыйынмай. Шул уҡ ваҡытта Хөкүмәттәгеләрҙең ниндәй изге күңелле булыуы тураһында ла һүҙ бармай.
Бер кем дә алтын йомортҡа һалған тауыҡты салмаясаҡ. Беҙҙең эшҡыуарҙар иҡтисадтың ярайһы ҙур өлөшөн тотоп тора. Быны яҡшы аңлайбыҙ һәм баһалайбыҙ. Шуға күрә беҙ алып барған курс бизнесты мөмкин булғанса “һауып” “ташлау” тураһында бармай. Киреһенсә, ул эшҡыуарлыҡтың оҙайлы үҫешенә булышлыҡ итеүҙе, Хөкүмәт эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыуҙы маҡсат итеп алған.
Фото: Фейсбук.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас