Яны Белокатай
+24 °С
Ямғыр
ИҠТИСАД
3 Февраль 2021, 08:50
Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте – көнүҙәк мәсьәлә
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ауыл сәғәте” тәртибендә сираттағы тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда республикала аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов 2021 йылдан 2026 йылға тиклем эшкәртеү тармағын үҫтереү концепцияһын тәҡдим итте. Документҡа ярашлы, ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү менән шөғөлләнгән барлыҡ хужалыҡ субъекттарына – ауыл хужалығы предприятиеларына, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәргә, кооперативтарға, шәхси эшҡыуарҙарға бюджеттан субсидия рәүешендә ярҙам күрһәтеләсәк.
Вице-премьер билдәләүенсә, Башҡортостан Волга буйы федераль округында ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү йәһәтенән алдынғылар рәтенә сыҡһын өсөн уны йылына ике тапҡырҙан ашыуға, йәғни 200 миллиард һумға арттырырға кәрәк
Документ шулай уҡ аҙыҡ-түлек сәнәғәте өсөн сеймал, техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдың бер өлөшөн ҡаплауҙы, эшкәртеү кооперативтары ойоштороуға 14 миллион һумға тиклем грант биреүҙе дәүләт ярҙамы саралары иҫәбенә индерә.
Башҡортостандағы эшкәртеү предприятиелары етәкселәре бизнесты үҫтереү пландары менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Бөрөнән билмән һәм башҡа ит ризыҡтары етештергән эшҡыуар Лиана Байдимирова продукцияны төрлөләндереп, республика ҡалаларында, шул иҫәптән Өфөлә яңы фирма магазиндарын асырға ниәтләй. Ә Шишмә һөт заводы директоры Руслан Хәмитов предприятиела эш әүҙемлеген арттырыу, “Аҡ Ауыл” бренды аҫтында сығарылған продукцияны Башҡортостанда һәм бүтән төбәктәрҙә һатыу мөмкинлеген ҡарай. “Экопрод” кооперативы рәйесе Вилена Һиҙиәтуллина Шишмә районында йылҡы итенән нәзәкәтле ризыҡ етештереүгә 2,7 миллион һумлыҡ грант алған. Ул әле “Магнит” магазиндар селтәре менән хеҙмәттәшлек итә.
“Ауыл сәғәте”ндә ҡатнашыусылар шулай уҡ Өфөнөң төньяғында аҙыҡ-түлек өлкәһендәге сәнәғәти эшкәртеү кластеры төҙөү проекты буйынса фекер алышты. Атап әйткәндә, Черниковка менән Инорс биҫтәләре араһындағы 300 гектар майҙанда яңы производстволарҙы урынлаштырыу һәм ҡала халҡы өсөн уңайлы йәрминкә биләмәһен ойоштороу тураһында һүҙ бара.
Радий Хәбиров был башланғысты “Инвестиция сәғәт”тәренең береһендә тикшереүгә әҙерләргә ҡушты.
Источник: https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/A-i-t-lek--m-eshk-rte-s-n--te--k-n--k-m-s-l-660313/
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"