Яны Белокатай
+24 °С
Ямғыр
ИҠТИСАД
26 Ғинуар 2021, 08:32

Ауыл хужалығына ярҙам һәм үҫтереү кәрәк

Район Хакимиәтендә ауыл хужалығы эшҡыуарлығы вәкилдәренең мәғлүмәти осрашыуы булып үтте.

Сарала Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы консультация үҙәге директоры И.Сакаев, район Хакимиәте башлығы М.Миниғәлин, Хакимиәт башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ю.Моторин ҡатнашты.
Семинарҙа шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, ауыл хужалығы производство һәм ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе ҡулланыусылар кооперативтары башлыҡтары ҡатнашты.
Осрашыуҙы Башҡортостан республикаһы ауыл хужалығы консультация үҙәге директоры И.Сакаев үткәрҙе. Ирек Зөфәр улы сығыгшында кооперациялар моделдәре тураһында ентекләп һөйләне, бының өсөн нәмәләр кәрәк булыуын аңлатты, өҫтөнлөктәрҙе , кооперативтар булдырыу һәм теркәү буйынса эштәрҙең төп этаптарын билдәләне. Һуңынан ул ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә дәүләт ярҙамы саралары, шул иҫәптән махсус транспорт һәм сауҙа ҡорамалдары һатып алыуға грант биреү буйынса конкурста ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Ирек Сакаев тыңлаусыларға крәҫтиән-фермер һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға федераль дәүләт ярҙамы программалары буйынса консультация бирҙе.
“Сеймал етештереүҙән уны эшкәртеүгә күсеү, берләшеү, дәүләт ярҙамы сараларын файҙаланыу юлы менән ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр үҙҙәренең эшен еңеләйтергә тейеш. Һеҙҙең районда ит йүнәлешендә малсылыҡ һәм умартасылыҡ һәйбәт үҫешкән. Беҙҙең төп бурыс шунан ғибәрәт – Башҡортостан Республикаһы халҡы үҙҙәре етештергәнде ҡулланһын”, - тип уртаҡлашты Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы консультация үҙәге директоры И.Сакаев.
Йыйылыусылар белгескә ауыл хужалығын үҫтереү буйынса бик күп һорауҙар бирҙе һәм яуап ҡына түгел, ә шәхси консультация ла алды. Грант алыу һәм кооперативтарҙы үҫтереү айырым ҡыҙыҡһыныу уятты.
Сара Өфө ҡунағының теләк һүҙҙәре менән тамамланды, ул, урындағы етештереүселәр үҙҙәренә файҙалы мәғлүмәт алғандыр һәм хужалыҡтарын камиллаштырырға ынтылыр, тип ышанам тине
Полина Никулина
Читайте нас