2023 йылдың тәүге сабыйы донъяға килеүе тураһында шатлыҡлы хәбәрҙе беҙ 2 ғинуарҙа алдыҡ. Яңы Балаҡатайҙан Ирина Михайловна менән Андрей Александрович Беспаловтар ғаиләһендә көтөп алынған сабыйҙары донъяға килә. Малайҙың ауырлығы 2 килограмм 750 грамм, буйы – 48 сантиметр. Ул ғаиләлә бишенсе бала, апйҙары бәләкәс ир туғандарына бик шат, әсәләренә уны ҡарашырға ярҙам итә.
Халыҡ һынамышы буйынса, әгәр яңы йылда беренсе булып малай донъяға килә икән, тимәк, киләһе ун ике ай тыныс һәм ҙур тетрәнеүҙәрһеҙ үтәсәк. 2023 йыл имен һәм тыныс булыр, тип ышанабыҙ.
Беҙ Беспаловтарҙың бәхетле ғаиләһен улдары тыуыу уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ, именлек һәм ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ. Акцияның спонсоры – шәхси эшҡыуар Г.М.Чиркованың “Уйынсыҡтар донъяһы” магазины ( “Уйынсыҡтар донъяһы” магазинында мәктәп һәм офисҡа канцелярия тауарҙары, уйынсыҡтар, балаларға өҫ кейеме, спорт инвентары, ҡул эштәре һәм ижад өсөн тауарҙар ассортименты бай. Беҙ “Полушка” сауҙа үҙәгенең цоколь ҡатында урынлашҡанбыҙ).
‡ґ хєбєрсебеґ