Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ғинуар 2023, 15:05

Беґґењ приют - балаларѓа ваљытлыса hыйыныу урыны

Рәлиә Ризуан ҡыҙы Латипова (һүрәттә)  “Ғаилә” төньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәгенең Балаҡатай районында Урѓалы ауылында  балалар һәм үҫмерҙәр өсөн  социаль приют бүлексәһе мөдире.  Ул бында приют асылған мәлдән,  ә етәксе сифатында – 2022 йылдан алып эшләй. Беҙ Рәлиә Ризуан ҡыҙының приюттың эшмәкәрлеге тураһында  љыѕљаса һөйләүен һораныҡ.

Беґґењ приют - балаларѓа ваљытлыса hыйыныу урыны
Беґґењ приют - балаларѓа ваљытлыса hыйыныу урыны

“Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют  2003 йылда  Урғалы ауылындағы дөйөм белем биреү мәктәбенең 1956 йылда төҙөлгән бинаһында асыла.  Уставҡа ярашлы, беҙҙең приют бер үк ваҡытта  3-18 йәшлек  25 баланы һәм үҫмерҙе  хеҙмәтләндерә ала, 25 койка-урынға иҫәпләнгән. Беҙ биш: Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарынан балаларҙы ҡабул итәбеҙ, ләкин уларҙың күпселеге беҙҙең райондан.  Приютҡа килгән бәлиғ булмаған һәр бала медицина тикшереүе үтә.  Асыҡланған ауырыуҙар буйынса тәрбиәләнеүселәргә район дауаханаһында ғына түгел, ә  Өфө клиникаларында ла консультация һәм тар йүнәлешле белгестәрҙә дауалау үткәрелә.  Шулай уҡ балалар диспансеризациялау үтә.  Белем биреү маршрутын билдәләү өсөн Дыуан төбәк  психолог -  медик – педагогик комиссияла 12 тәрбиәләнеүсе тикшереү үтте. Комиссия һығымтаһы буйынса бөгөн ике тәрбиәләнеүсе сәләмәтлеге мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Балаҡатай коррекцион мәктәп - интернатында уҡый.

Приют – балалар ваҡытлыса һыйынған урын, шуға күрә балаға социаль ярҙам күрһәтеүҙең төп бурыстарының береһе – һәр аныҡ осраҡта  хәлде иҫәпкә алып  уның артабанғы яҙмышын ҡороу.  Беҙ   контроль органдары менән тығыҙ ведомство-ара хеҙмәттәшлек итәбеґ,  уның маҡсаты –бәлиғ булмағандарҙы туған ғаиләһенә ҡайтарыуҙы һәм  ауыр тормош хәлендә ҡалған балаға ғаиләһен һаҡлауҙы тәьмин итеү, 2022 йылда  бүлексә  бәлиғ булмаған 45 баланы урынлаштырҙы.

Бағыусылар ярҙамында балалар өҫ, аяҡ кейеме алды, бүлмәләргә ағымдағы ремонт эшләнде һәм подвал йылытылды, методик материал яңыртылды.  Бөгөнгә тәрбиәләнеүселәр  өҫ, аяҡ кейеме, йомшаҡ инвентарь, аҙыҡ-түлек менән 100 процентҡа тәьмин ителгән”.

Е.Усольцева

Автор: Светлана Малухина
Читайте нас