Ул ауыр, әммә лайыҡлы тормош юлы үткән. Аслыҡ- яланғаслыҡты, ҡәһәрле һуғыш йылдарын һәм “халыҡ дошманы улы” мөһөрөн үҙ иңендә күтәрә. 11 йәшендә әсәйһеҙ ҡала, һуңынан атаһын репрессиялайҙар. Һуғыш ныҡ ҡыҙған мәлдә, 14 йәшендә генә ул өс бәләкәй һеңлеһе менән ғаиләлә иң өлкән бала булып ҡала. Әммә һығылмай-һынмай, иркәләрен үҫтерә. Өлкәндәр менән бер рәттән колхозда эшләй: ер һөрә, сәсә, бесән саба, умартасы булып эшләй. Һуңынан Мәсәғүттәге педагогия училищеһында уҡый, дүрт йыл армияла хеҙмәт итә һәм тағы ла Башҡорт дәүләт университетында уҡыу. Бар ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Уҡыу менән бер рәттән ул Роза Исрафил ҡыҙы Мәғәфүрова менән ныҡлы ғаилә ҡора. Улар 48 йыл бергә йәшәй, өс балаға ғүмер бирә, биш ейәндәрен тәрбиәләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны, өлкән улы һәм ейәне яҡты донъяла юҡ инде.
Хәҙер, 95 йәшендә лә Йосоп Абдрахман улы тормошҡа ҡыҙыҡһыныуын юғалтмаған. Даими рәүештә үҙенең яратҡан “Аргументы и факты”, ”Мир новостей” гәзиттәрен алдырып уҡый, сәйәсәт һәм тарих менән ҡыҙыҡһына. Ул – бәхетле ҡартатай, уның ете ейәне бар. Меңәрләгән уҡыусылары рәхмәтле уға. 45 йыл тәшкил иткән педагогик стажының 20 йылын ул Урғалы урта мәктәбе директоры булып эшләне. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.
Беҙ хөрмәтле Йосоп Абдрахман улы Вәхитовты күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм күтәренке кәйеф теләйбеҙ.
Урғалы ауыл советы хакимиәте