Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Декабрь 2022, 15:00

Ауыл майҙанында урман һылыуын ҡуйҙылар

Яңы йыл етте тиергә мөмкин.  Яңы Балаҡатайҙың үҙәк майҙанында урынлаш-тырылған  йәшел һылыу балаҡатайҙарға байрам алды кәйефе бүләк итте. 

Ауыл майҙанында  урман һылыуын ҡуйҙылар
Ауыл майҙанында урман һылыуын ҡуйҙылар

Ул Тамара Ильинична Клюкинаның йорт алды баҡсаһында Ҡояшлы урамында үҫкән. Бынан утыҙ йыл элек ире Леонид Яковлевич менән өй янында ултыртҡандар икән.

Ағасты хәүефһеҙ ҡырҡыу, тейәү һәм урынына илтеү өсөн белгестәрҙең тотош командаһы эшләне: электриктар, элемтәселәр, крансы, тракторсы.  Транспорт биргән шәхси эшҡыуарҙар  О.Раздъяконова менән В.Малухинға  ҙур рәхмәт.

Ҙур матур шыршы былтырғыһынан бер ҙә кәм түгел. Һәм  ауыл халҡына, айырыуса балаларға  яңы йыл кәйефе бүләк итә.  Шыршыны урынына ҡуйғанды өлкәндәр ҙә, балалар ҙа туҡтап ҡарап торҙо.  Ауыл советы  хеҙмәткәрҙәренең уны автокрандан төрлө гирляндалар, шар һәм фонарҙар менән биҙәүен ҡыҙыҡһынып күҙәттеләр.  Был уйынсыҡтарҙы балалар мәктәптә, Пионерґар һәм уҡыусылар йортондағы түңәрәктәрҙә эшләгән.  Шулай уҡ шыршы тирәләй боҙҙан ҡаласыҡ төҙөлә, эштәрҙе шәхси эшҡыуар  Вениамин Ужегов башҡара. Шыршы һәм боҙ ҡаласыҡ ауыл халҡын һәм ҡунаҡтарҙы оҙаҡ ҡыуандырыр, тип ышанабыҙ.

 

Автор: Светлана Малухина
Читайте нас