Ошондай сәфәрҙәрҙең маҡсаты – граждандар менән осрашыу, халыҡты борсоған проблемалы мәсьәләләрҙе урында асыҡлау һәм уларҙы хәл итеүҙең мөмкин булған юлдарын билдәләү. Осрашыуҙа иҡтисад, төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү идаралығы начальнигы Ғ.Яҡупов, Тарҙау ауыл советы хакимиєте башлығы О.Цыпышева ҡатнашты. Халыҡты маршрут автобусы йөрөмәүе, юлдарҙы тотоу һәм ремонтлау, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, фельдшерҙың ауылды нисек хеҙмәтләндереүе, шулай уҡ телефон элемтәһенең насар эшләүе кеүек мәсьәләләр борсой.
Мөрәжәғәттәрҙең береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы, ҡайһы бер проблемалар урында хәл ителде, бер µлµшµ артабан ҡарау өсөн эшкә алынды.
Район Хакимиәте сайты мәғлүмәттәренән