Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Декабрь 2022, 15:00

Көслө һәм батыр кешенең юлы

Яңы Балаҡатайҙан тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы үҙ теләге менән Украинала махсус операцияға китте “Башҡортостан халҡы махсус хәрби операцияла үҙ ирке менән ҡатнаша. 

Көслө һәм батыр кешенең юлы
Көслө һәм батыр кешенең юлы

Был башҡорт халҡының  характеры ла, уның менталитеты ла. Элек-электән башҡорт яугирҙәре Тыуған илебеҙ өсөн бик күп һуғыштарҙа ҡатнашҡан.  Һәм быларҙың барыһы ла гендар  буйынса тапшырыла.  Мин һәр ваҡыт,  беҙҙең республика халҡының  Тыуған илебеҙҙә барған бар  нәмәгә ҡағылышы булды, кәрәк саҡта һәр ваҡыт ил менән бергә булды, тип әйтәм.  Айырыуса ауыр мәлдәрҙә”, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Ысынлап та,  быйыл февралдә бик күп кешеләрҙең тормошо уға тиклем һәм унан һуңға  бүленде.  Азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ,  нацизмһыҙ бәхетле киләсәк өсөн көрәштә Рәсәй  алғы һыҙыҡта булып сыҡты. Беҙҙең атайҙарыбыҙ, туғандарыбыҙ, улдарыбыҙ, ирҙәребеҙ һәм таныштарыбыҙ Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнаша башланы.  Һоҡланыу һәм ихтирам уятҡан ирекмәндәр ҙә  айырым һөйләшеүгә лайыҡ.  Улар хәрби форма кейеп, ҡулдарына ҡорал тотоп дөрөҫлөк өсөн көрәшкән,  һуғыштан яфа сиккәндәрҙе ҡотҡарырға барған кешеләр.  Махсус операция башланыу менән бик күптәр үҙ ирке менән хәрби хәрәкәткә китте, шул иҫәптән беҙҙең райондан да.

Бөгөнгө мәҡәләнең геройы –яҡташыбыҙ Ғәлиулла Йосоп улы Закиров (һүрәттә), ул Рәсәй Геройы А.Доставалов исемендәге батальон составында  үҙ ирке менән операцияла ҡатнаша.  Шундай ҡарар ҡабул итеү – юғары яуаплылыҡ тойған, Тыуған иле һәм яҡындарының яҙмышы барыбер булмаған көслө, батыр кешенең юлы. Әлбиттә, яугирҙең хәүефһеҙлеге маҡсатында беҙ уның ҡайҙа алышыуын хәбәр итә, теге йәки был хәрби операция тураһында ентекләп һөйләй алмайбыҙ.  Ғәлиулла Йосоп улы 1970 йылда тыуған.  Ун алты йылдан ашыу Яңы Балаҡатайҙағы 1-се урта мәктәптә тормош нигеҙҙәре хәүефһеҙлеге һәм физик культура уҡытыусыһы булып эшләй. 2021 йылда ул юғары квалификация катего-рияһы ала.

Уҡытыусы үҙенең дәрестәренә ҡыҙыҡһыныу уятып ҡына ҡалмай, ә  уљыусыларыныњ уҡыу материалын ныҡлап үҙләштереүенә, төплө белем алыуына  өлгәшә.  Быға  уныњ эшенє ижади љарашы булышлыҡ итә.  Уның дәрестәрендә шаблон юҡ һәм улар ысынлап ҡыҙыҡлы.  Бындай ысулда  уҡытыу  процесы еңеләйә, сөнки уҡыусы  билдәләнгән маҡсатҡа  белем, күнекмәләр запасын  аҡрынлап туплап килә.

“Ғәлиулла Йосоп улы –мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан  ижади кеше.  Уны үҙ бурыстарына яуаплы ҡараш, үҙенең эшмәкәрлегендә  методик оҫталыҡ күрһәтеүгә ынтылыш айырып тора. Дәресте ойоштороуҙың яңы, һөҙөмтәлерәк  формаларын эҙләү – уҡытыусының эш стиле”, – ти мәктәп директоры Т.Хәбирова уның тураһында.

Уҡытыусы  мәктәптә  әүҙем илһөйәрлек эше алып барыу менән бер рәттән  районда уҙғарылған патриотик  сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.  Уның  белеме, күнекмәләре һәм һөнәри оҫталығы район Хакимиәтенең, шулай уҡ  республика кимәлендә Маҡтау грамоталары менән билдәләнде.

Украинала махсус хәрби операция башланғас, Ғәлиулла Йосоп улы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә, кәрәкле документтарҙы йыя, эш хаҡын һаҡламайынса отпускыға ғариза яҙа һәм августа  хәрби хәрәкәттәр зонаһына үҙ ирке менән китә.  Үҙенең ҡылығын ул  күп тапҡырҙар уҡыусыларға  намыҫ, батырлыҡ һәм Тыуған илде һаҡлау тураһында һөйләүе менән аңлата.  Һәм бына хәҙер һүҙҙән эшкә күсергә ваҡыт: Ғәлиулла Йосоп улы  Төньяҡ Кавказ төбәгендә  терроризмға ҡаршы операция үткәреү  зонаһында ҡатнашҡан.

Хәрби операция аяуһыҙ һәм ҡаты булыуға ҡарамаҫтан,  хатта бында ла яҡты мәлдәргә  урын бар.  Яугиргә уҡыусыларҙан килгән хаттар бик ярҙам итә, уларҙы ҡат-ҡат уҡый.  Бынан тыш, район Хакимиәтенән һәм ауылдаштарынан ярҙам  ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә.

“Посылка алдым. Район Хакимиәте алдында түбән баш эйәм. Барыһы өсөн дә рәхмәт!  Ә беҙ үҙебеҙҙең хәрби бурысыбыҙҙы аҙағынаса һәм дөрөҫ үтәргә тырышырбыҙ”, – тип  яҙҙы яугир.

Мәҡєләнең күңелһеҙ яғы ла бар, сөнки был ваҡиғалар донъяла хәҙер бара, шул уҡ ваҡытта   һуғыш уларҙың йортона килеүҙә ғәйебе булмаған ябай кешеләргә эскерһеҙ ярҙам итергә әҙер кешеләр барлығы ҡыуаныслы ла.

Мин   мәҡәләне Ғәлиулла  Йосоп улы алыҫта, позицияла булып Тыуған илен һаҡлағанда   тамамлайым.  Беҙ Ер йөҙөндә тыныслыҡ булыуын, һуғыш тамамланыуын,  яугирҙәребеҙҙең өйҙәренә имен-аман ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

 

Л.Архипова

Автор: Светлана Малухина
Читайте нас