Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Декабрь 2022, 15:00

Урғалы оҫтаһы

Урғалы ауылындағы йорттар араһында  үҙенең бай биҙәлеше менән айырылып торған йорт бар, уның оҫтаһы – Рим Шиҙәт улы Баҡыев (һүрәттә).  Һөнәрсенең йортона юлды Урғалы оҫтаһы табыуы ҡыйын түгел, һәм уның янынан  күрмәйенсә үтеп китеп булмай. 

Урғалы оҫтаһы
Урғалы оҫтаһы

Урғалы ауылынан Рим Баҡыевтың ҡулдарында теләһә ниндәй материал икенсе ғүмер ала.

Йөрәге ҡушыуы буйынса ул  үҙенең ғүмерен  ағас эше менән бәйләгән.  Өйөндә үҙенең оҫтаханаһы бар.  Ағастан теләһә ниндәй әйберҙе эшләп ҡуя ала – тартманан алып беседкаға тиклем.

Ул бик баҫалҡы кеше булып сыҡты, үҙе тураһында  аҙ һөйләне.  Әммә уны уратып алған әйберҙәр  йорт хужаһы тураһында фекер йөрөтөү мөмкинлеген бирҙе.  Ныҡ  хужалыҡ ҡаралтылары,  өй янындағы территория,   ҡыйыҡ фронтоны, тәҙрә йөҙлөктәре матур итеп һырлап эшләнгән.  Биҙәкле ҡапҡа ла уларҙан ҡалышмай. Бар күңелен һалып эшләүе күренеп тора.  Һөнәрсенең өйө тупһаһы аша  инеү менән мин  ағастан һырлап эшләнгән әйберҙәр күргәҙмәһенә эләккәндәй булдым.  Оҫтаның эштәре һәр бүлмәне ағас селтәр менән биҙәй һәм  йәм, айырым матурлыҡ өҫтәй.  Рим Шиҙәт улы илһам сығанағын тирә-яҡ тәбиғәттән ала.   Төрлө ҡиәфәттәге ботаҡ һәм ағастағы оролар ҙа  сәнғәт әҫәренә әүерелгән.

Ул Хәйбәт ауылында тыуып үҫкән. Рим 1978 йылда  Дыуан ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Һуңынан – армияла хеҙмәт. Армиянан ҡайтҡас уҡып, ветеринар врачы дипломын ала.  Хеҙмәт эшмәкәрлеген Калинин исемендәге колхозда ветеринария врачы булып башлай.  Һуңынан һигеҙ йыл  Урғалы линия-производство идаралығында ярҙамсы хужалыҡ мөдире булып эшләй. 2013 йылдан Рим Шиҙәт улы – шәхси эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштора. Быйыл фермер хаҡлы ялға сыҡҡан. Йылдар үтеү менән балта эшенә ҡыҙыҡһыныу кәмемәй, ул бар буш ваҡытын оҫтаханала үткәрә.

“Ағасҡа һырлап биҙәк төшөрөүгә мин бер ҡайҙа ла махсус уҡыманым. Мин бала саҡтан ағас менән эшләргә ынтылдым, мауығыуҙың бар сере бына шунда.  Хатта хәҙер, пенсионер  булһам да ҡулыма таҡта, бурса алам, һәм уларҙан төрлө әйберҙәр килеп сыға. Мебель,  беседка, тәҙрә йөҙлөктәре – минең ҡул аҫтынан байтаҡ әйбер сыҡты”, – ти оҫта. Ысынлап та, был әйберҙәр – сәнғәт әҫәрҙәре ул.

Рим Шиҙәт улының ғаиләһе бар – ҡатыны Әлиә Рәмил ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.  Улдары Артурҙың үҙ ғаиләһе, ул Рәсәй гвардияһының өлкән прапорщигы, Чечен республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Быйыл февралдән Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ҡыҙҙары Алина – Екатеринбург ҡалаһында  әйҙәүсе инженер-конструктор.  Ейәндәре  Тимур менән Арина – ғаиләнең ҙур ҡыуанысы.  Шулай ҙа уның ағастан төрлө әйберҙәр эшләү теләге ғаилә ағзаларының береһенә лә күсмәүе йәл.

Ҡунаҡсыл йорт хужалары менән хушлашҡанда мин,  технологиялар үҫеше халыҡ оҫталарына талап ителгән булып ҡалырға ҡамасауламай, тип уйланым. Рим Баҡыев эшләгән әйберҙәр  халыҡта ҙур һорау менән файҙалана.

 

Л.Архипова

Автор: Светлана Малухина
Читайте нас