Моғайын, ауыл советы етәксеһенең эш көндәре ниндәй булыуы уҡыусыларыбыҙға ла ҡыҙыҡтыр.
Беҙ килгәндә ауыл советы хакимиәтендә йәнле ине. Гөлнара Ризуан ҡыҙы үҙенең эш урынында. Бер-бер артлы кеше килде, бәләкәй арауыҡ менән телефон шылтыраны. Халыҡ башлыҡҡа тәүлек әйләнәһенә тип әйтерлек мөрәжәғәт итә, үҙе әйтеүенсә, уның телефоны һәр саҡ эш торошонда, тормошта кисектереү юл ҡуйылғыһыҙ төрлө хәлдәр була бит. Дөйөм алғанда, бында йәнле, эш атмосфераһы хакимлыҡ итә ине. Бер үк ваҡытта килгән һорауҙарҙы хәл итеп, башлыҡ беҙгә ауыл советының тормошо тураһында һөйләүен дауам итә. Беҙҙең әңгәмәне бүлеп, тағы телефон шылтырай. Урғалы ауылында Тиунов урамы таҙартыл-май ҡалыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Телефондан шылтыратып, ул башҡарыусыға килеп тыуған һорауҙы еткерҙе.
Урғалы ауыл советы биләмәһенә Хәйбәт, Әпсәләм, Морозовка, Юлдаш һәм Ҡаранторау ауылдары инә. Бында 2, 5 мең самаһы кеше йәшәй. Мәктәптәр, балалар баҡсалары, китапханалар, фельдшерлыҡ пункттары, ауыл клубтары, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют эшләй. Биләмә ҙур иғтибар, ә халыҡ - ауылда уларҙың имен тормошо тураһында даими хәстәрлек талап итә. Хакимиәт башлығының эше шундай: кабинетта оҙаҡ ултырырға тура килмәй. Уның эшмәкәрлеге тәү сиратта кешеләр менән эшкә йүнәлтелгән һәм проблемаларҙы ваҡытында асыҡлап уларҙы хәл итә белеүгә ҡайтып ҡала.
“Эш күп. Бер нәмәне планлаштыраһың, ә бер сәғәттән барыһы ла үҙгәрә, планлаштырылмаған эштәр тыуа. Бер көндә сүп-сар контейнерҙарын ремонтлау мәсьәләһен хәл итергә, именлек булмаған ғаиләләргә барырға, ғаиләлә һәм күршеләр араһында конфликтты яйға һалырға, халыҡты ҡабул итергә һәм башҡа пландан тыш ниндәйҙер проблемаларҙы хәл итергә тура килә”, - ти Гөлнара Ризуан ҡыҙы.
Көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә энтузиазм менән тотоноп, ул кешеләрҙә урындағы үҙидараға ышанысты тергеҙергә тырыша.
“Мин эшләй башлағас, янғын хәүефһеҙлеге айлығы буйынса әүҙем эш башланды. Ул ваҡытта янғындар һаны күп ине. Янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында күп балалы ғаиләләргә лә барҙым. Ойоштороу комитеты менән берлектә Ураҙа байрам, 1 Майға, Еңеү Көнөнә саралар, һуңғы ҡыңғырау байрамын үткәрҙек. Район һабанту-йында ҡатнаштыҡ, унда ауыл биләмәләре араһында беренсе урынға сығып 5 мең һум күләмендә грант алдыҡ. Үкенескә ҡаршы, коронавирусҡа бәйле беҙ һуңғы йылдарҙа урында һабантуй үткәрмәнек. Шулай ҙа быйыл ауыл активы ҡарары менән үткәрҙек, һәм Силәбе өлкәһенән килгән ҡунаҡтар һәм халыҡтың әйтеүенсә, барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Шулай уҡ беҙ “Өфө йылғаһы буйы башҡорттары” сараһында ҡатнаштыҡ.
Бынан тыш, хоҡуҡи – норматив акттарҙы өйрәнергә, документтар менән эшләргә, район Хакимиәтенән килгән төрлө поручениеларҙы үтәргә тура килә”, – ти Гөлнара Ризуан ҡыҙы. Әйтергә кәрәк, эшмәкәрлектең был өлкәһе уға яңы, сөнки уның төп һөнәре – теш врачы, һәм быға тиклем ул 30 йылдан ашыу ауыл участка дауаханаһында эшләй. Гөлнара Ризуан ҡыҙы тµп эшенєн hуњ ауыл дауаханаһында халыҡты ҡабул итеүен дауам итә.
Мөрәжәғәттәр күп. Кемдер телдән, ә башҡалары яҙма мөрәжәғәт итә. Микрорайон халҡынан уларға юғары тиҙлектәге Интернет кәрәклеге хаҡында ғариза килде. Халыҡтың үтенесе буйынса Г. Бикмөхәмәтова Интернет үткәреү мәсьәләһен хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. “Минең ишектәрем һәр саҡ асыҡ, һәм мин мөрәжәғәт иткән һәр кешене тыңларға әҙер”, – тип бүлешә фекерҙәре менән башлыҡ.
Урамдарҙың береһенән үткәндә бағаналарҙа заманса фонарҙарға иғтибар итәбеҙ. Гөлнара Ризуан ҡыҙы һәр ауылда заманса фонарҙар менән бағаналар ҡуйылыуы һәм тәүлектең ҡараңғы ваҡытында урамдарҙың барыһы ла яҡтырты-лыуын билдәләп үтте. Әйткәндәй, етешһеҙлектәр тураһында һөйләгәндә, ауылда автозаправкалау станцияһы булмауы бөгөнгә мөһим проблема булып ҡала. Шуға күрә бында уны төҙөү мотлаҡ кәрәк. Икенсе мәл: хакимиәт башлығының эш машинаһы юҡ, шуға күрә уға йыш ҡына район үҙәгенә һәм яҡындағы ауылдарға барыу өсөн килешеү буйынса транспорттан файҙаланырға тура килә. Урғалыла ул йышыраҡ йәйәү йөрөй, ә ауыл бәләкәй түгел, көнө буйы күпме үтәһең...
Маҡсатҡа ынтылыусанлығы, әүҙем тормош позицияһы, үҙ эшенә намыҫлы ҡарашы ярҙамында Гөлнара Ризуан ҡыҙы ауыл советы халҡының байтаҡ мөһим мәсьәләләрен хәл итә ала. Уға район Хакимиәте, ойошмалар һәм предприятиелар етәкселәре, депутаттар һәм ауылдың битараф булмаған кешеләре ҙур ярҙам күрһәтә.
Ауыл советы хакимиәте башлығы өсөн иң мөһим сифат ниндәй? тип ҡыҙыҡһыныуыма Гөлнара Ризуан ҡыҙы бик ышаныслы, яуаплылыҡ тойғоһо, тип яуап бирҙе. Минең командировка тамамланды, ә ауыл советы башлығы үҙенең нормаһыҙ эш көнөн дауам итә. Алда яңы көн һәм яңы бурыстар. Энергиялы, эшлекле һәм ауылы өсөн күңеле менән янған Урғалы ауыл советы хакимиәте башлығы Гөлнара Ризуан ҡыҙы уларҙың барыһын да хәл итә алһын әйҙә.
Л. Архипова