Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Декабрь 2022, 15:00

Ышаныслы тыл – бик мөһим

Ошо көндәрҙә районда махсус хәрби операция зонаһына ике машина һәм гуманитар йөк оҙатылды.

Ышаныслы тыл – бик мөһим
Ышаныслы тыл – бик мөһим

Район Хакимиәте башлығы М. Миниғәлиндың һүҙҙәренә ҡара-ғанда, махсус хәрби операция зонаһында булған ир – егеттәр менән даими бәйләнеш тотола.  Һөйләшеү барышында Украинала махсус хәрби операция үткәреү зонаһында  хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн УАЗ автомобиле һәм махсус ҡорамалдар кәрәклеге асыҡланды.  Яңы Балаҡатай ауылынан Александр Потеряев  аҡса йыйыу инициаторы булды, уны райондың “Хәрби туғанлығы” хупланы.  Ошо автомобилде һатып алыу өсөн аҡса йыйыу ойошторолдо. Райондың битараф ҡал-маған халҡы, эшҡыуарҙар, ойошмалар аҡса йыя башланы, ә “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” хәйриә концерты  йомғаҡлаусы сара булды. “28 күҙ” ҡул эше оҫталары клубы һәм “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары “Һалдаттарға бәйләйбеҙ” акция-һына ҡушылды һәм хәрби операцияла ҡатнашыусыларға  йылы әйберҙәр тапшырҙы.

Концертта район Мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары һәм район ойошмаларының хеҙмәт коллективтары ҡатнашты. Улар тамашасыларға  патриотик берләшеү тойғоһо бүләк итте.  Залда  берләшеү атмосфераһы хакимлыҡ итте, тамашасылар бер нисә номерҙы аяғүрә тороп алҡышланы.

Йыйылған аҡсаға УАЗ, шулай уљ “Нива” автомобиле һатып алып, уларҙы тулыһынса комплектланылар һәм оҙатыуға әҙерләнеләр.

Машиналар ғына түгел, ә уларҙа алып барған йөк тә бик мәһим. Балаҡатайҙар яугирҙәргә йылы әйберҙәр, ойоҡбаштар, аҙыҡ-түлек, бал һәм башҡа нәмәләр  йыйҙы.

Был райондың битараф ҡал- маған, илебеҙ һәм беҙҙең ир – егеттәребеҙ яҙмышына вайымһыҙ булмаған кешеләрҙән ярҙам.

Район Хакимиєте башлыѓы М. Миниѓєлин ярґам ите‰селєрґењ барыhына ла рєхмєт белдерє.

 Район Хакимиәте сайты мәғлүмәттәренән

 

PS: Бөгөнгє автомобилдєр Ростов өлкәһенә тиклем алып барылды hєм Украинала хєрби операцияла љатнашљан яљташыбыґѓа тапшырылды

Автор: Светлана Малухина
Читайте нас