Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Июнь 2022, 14:38

Илдус Кәримов: телєһә ниндәй хәлдә кеше булып ҡалырға кәрәк

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ,  райондың ҡыҙыҡлы кешеләренә арналған рубрикабыҙ дауам итә. Бөгөн беҙ Яңыбай урта мәктәбе директоры Илдус  Ғайса улы Кәримовтың (һүрәттә) һорау-ҙарға яуаптарын баҫтырабыҙ. Йәшегеҙ. 33 йәштә.

Ҡайҙа тыуғанһығыҙ? Яңыбай ауылында.

Белемегеҙ. Юғары.

Ғаилә хәлегеҙ. Өйләнгәм, ике  балабыҙ бар.

Быға тиклем ниндәй вазифала һәм нисә йыл эшләнегеҙ? Физик культура уҡытыусыһы булып эшләнем. 2021 йылда мәктәп директоры итеп тәғәйенләндем.

Һеҙҙең эшегеҙҙә ниндәй ауырлыҡтар һәм көсөргәнешле мәлдәр осрай? Нисек кенә күңелһеҙ булмаһын,  ысынбарлыҡ шундай: контролләүсе ойошмалар  һаны йылдан-йыл арта,  штраф санкциялары – юғарыраҡ,  ә директорға йөкмәтелгән яуап-лылыҡ  дәрәжәһе ауырыраҡ була бара. Мәктәптең эшен көйләгән норматив документтар  ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәк кеүек  барлыҡҡа килә, шуға күрә уларҙың талаптарын үтәү ғәмәлдә мөмкин түгел.

Коллективта иң мөһиме нимә? Берҙәмлек, рыяһыҙ дуҫлыҡ һәм бер-береңә ярҙам итеү.

Һеҙгә ҡасан да булһа принциптарығыҙға ҡаршы килгән нимәлер эшләргә тура килдеме?  Һәр кешенең бер тапҡыр булһа ла ошондай хәлгә ҡалғаны барҙыр, тип уйлайым.

Һеҙҙең яратҡан төҫтәрегеҙ? Ҡара һәм ҡыҙыл.

Һеҙ булмаған, ләкин барып ҡайтырға теләгән ил? Ундай илдәр күп.

Кешеләрҙә ниндәй сифатты һеҙ нығыраҡ баһалайһығыҙ? Яуаплылыҡ.  Файҙалы, шәхси һәм һөнәри сифат.

Кешенең ниндәй сифаты һеҙҙә сирҡаныу уята? Тәкәббер кешеләр арта, ә бына кире күренеш мөмкин түгел тиерлек.

Һеҙ аралашыусан кешеме? Мин күберәк башҡаларҙы тыңларға яратам.

Башҡа кешеләрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалмағанға үкенгәнегеҙ булдымы?  Ундай хәлдәр булды.

Һеҙ нимәһеҙ бер көн дә йәшәй алмаҫ инегеҙ?  Тәбиғи ихтыяждар тураһында һөйләп торорға кәрәкмәй. Аралашмай йәшәй алмаҫ инем.

Һеҙ үҙегеҙгә мәғлүмәтте ҡайҙан алаһығыҙ? Ғәмәлдә Интернет селтәренән.

Һеҙ ниндәй гәзит-журналдар уҡыйһығыҙ? Журнал уҡымайым, ә район гәзитен  љыґыљhынып уҡыйым.

“Яңы Балаҡатай” гәзитен һеҙ нисек баһалайһығыҙ? Нимәне үҙгәртергә кәрәк? Гәзиттең дизайнын үҙгәртергә.

Биш төрлө һүҙ менән характерығыҙҙы  һүрәтләгеҙ әле. Яҡшылыҡ, эшкә  һәләтлелек, намыҫлылыҡ, яуаплылыҡ һәм ғәфү итә белеү.

Һеҙ нимә эшләргә яратмайһығыҙ? Алдашырға.

Алмаштырғыһыҙ кешеләр юҡ тигән фекер менән килешәһегеҙме? Килешмәйем.

Үҙегеҙҙең иң шәп ялығыҙҙы һүрәтләгеҙ әле.  Йәй ғаилә менән ҡайҙалыр ял итергә барырға яратабыҙ.

Иртәнге ашҡа һеҙ нимә яратаһығыҙ? Ҡәһеүә.

Мөғжизә эшләй алыу мөмкинлегенән нисек файҙаланыр инегеҙ? Ауырыу балаларға ярҙам итер инем.

Һеҙ нимә тураһында оноторға теләр инегеҙ?  Тормоштағы бар күңелһеҙ ваҡиғаларҙы онотаһы килер ине.

Һеҙҙең тормошоғоҙҙа иң ҙур ғорурлығығыҙ? Минең балаларым.

Һеҙ нимә тураһында хәтерләргә яратаһығыҙ? Бала сағым тураһында.

Кеше йәшәмәгән утрауға үҙегеҙ менән нимә йә иһә кемде алыр инегеҙ? Ғаиләмде.

Һеҙҙең яратҡан цитатағыҙ. Теләһә ниндәй хәлдә лә кеше булып ҡалырға кәрәк.

Үҙегеҙҙе ниндәй һөнәрҙә һынап ҡарарға теләр инегеҙ? Летчик hµнєрендє.

Теге йәки был ҡарарҙы ҡабул итер алдынан оҙаҡ уйлайһығыҙмы? Төрлөсә.

Һеҙҙе нимә дәртләндерә? Эш.

Нимәгә ҡаршы көрәшеп арынығыҙ? Тупаҫлыҡҡа һәм әрһеҙлеккә ҡаршы.

Көсөргәнешкә ҡаршы яратҡан көрәш ысулдары. Йүгереү һәм музыка.

Һеҙгә йоҡо өсөн ғәҙәттә нисә сәғәт талап ителә? 6 сәғәт.

Һеҙ тормошта нимәнән нығыраҡ ҡурҡаһығыҙ? Туғандарымды һәм яҡындарымды юғалтыуҙан.

Һеҙҙең иң ҙур ҡаҙанышығыҙ? Минең йәшәүем һәм эшләүем.

 

Л.Архипова

 

 

Ильдус Каримов: в любой ситуации нужно оставаться человеком

Автор: Светлана Малухина
Читайте нас