Яны Белокатай
+24 °С
Дождь
Общие статьи
19 Мая 2022, 04:05

Фармацияла яҡшы һүҙ ҙә дауалай

49-сы үҙәк район дауаханаһы һәр саҡ үҙенең клиенттарын юғары хеҙмәтләндереү кимәле менән ҡыуандыра.  Сәләмәтлекте һатып алып булмай, тиһәләр ҙә,  уны тейешле кимәлдә тотоу өсөн район һәм күрше ауылдар халҡы аптекала дарыуҙар һатып ала.

Фармацияла яҡшы һүҙ ҙә дауалайФармацияла яҡшы һүҙ ҙә дауалай
Фармацияла яҡшы һүҙ ҙә дауалай

Үҙ эшенең оҫтаһы фармацевт Альмира Тәлғәт ҡыҙы Вәлиева (һүрәттә)  бында 2012 йылдан алып эшләй.  Уның эш стажы 20 йыл.  Фармацевтика серҙәренә Альмира Бөрө медицина –фармацевтика колледжында төшөнә. Фармацевтың бурыстары түңәрәге шаҡтай киң: ул рецепт буйынса дарыуҙар  һата, уларҙы һаҡлауҙы тәьмин итә.  Әммә иң мөһимен бер  генә инструкцияла ла яҙып булмайҙыр – кешеләргә ярҙам итә белеү. Альмира Тәлғәт ҡыҙы препараттың тәғәйенләнешен, ҡаршы күрһәтмәләрен, уны ҡабул итеү схемаһын һәйбәт итеп аңлата белә.

“Белемле, яуаплы, иғтибарлы белгес.  Һатып алыусы менән һәр саҡ уртаљ тел таба ала,  аралашыусан”, – ти уның тураһында хеҙмәттәштәре һәм етәкселәр. Дарыуханаға килеүселәр ҙә уны ихтирам итә.

Һаулыҡ һаҡлау  өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Альмира Тәлғәт ҡыҙы Вәлиева Башҡортостан Республикаһы “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһының  Рәхмәт хаты менән билдәләнгән.

 

Л. Архипова

Автор:Светлана Малухина
Читайте нас