Яны Белокатай
+24 °С
Ямғыр
Общие статьи
28 Апрель 2022, 10:36

Сәләмәтлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙылар

1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр станцияһының дүртенсе энергия блогы реакторы шартлай.

Сәләмәтлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙыларСәләмәтлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙылар
Сәләмәтлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙылар

36 йыл үтһә лә, “Чернобыль” тигән һүҙ беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй һәм оҙаҡ йәшәйәсәк әле.  Ул миллионлаған кешенең  яҙмышын үҙгәрткән ҡот осҡос авария синонимына әүерелде.  Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ҙур ресурстар эшкә ҡушыла.  Бөгөн Чернобыль АЭС-нда  һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ Яңы Балаҡатайҙан Вәғиз Сабирйән улы Хужин менән Рим Шамил улы Минһажев ( һүрәттә) 36 йыл элек булған ваҡиағлар тураһында һөйләй. Тәүҙә улар бер аҙ ҡаушап ҡалды,  шулай ҙа иҫтәрендә ҡалған нәмәләр тураһында һөйләргә вәғәҙә иттеләр.  Улар райондың ремонт – техник предприятиеһында бергә эшләй. Рим Шамил улы төҙөүсе, ә Вәғиз Сабирйән улы –электрик .

1987 йылда утыҙ йәшлек ирҙәрҙе сборға тип хәрби комиссариатҡа саҡырталар. “Беҙ 8 кеше инек.Ҡайҙа һәм ни өсөн барыуыбыҙҙы әйтмәнеләр.  Медицина комиссияһы үтергә кәрәк ине,  яраҡлы тип таптылар.  Ғаиләбеҙ ҙә ризалашты, нәмә эшләйһең,  Тыуған илде һаҡларға кәрәк бит.

Беҙгә һалдат кейеме кейҙереп Тойск ҡалаһына уҡыу үҙәгенә оҙаттылар. Бер айҙан Чернобылгә күсерҙеләр.  Реакторҙан 75 километр алыҫлыҡта ғәҙәти палатакаларҙа йәшәнек.  Байтаҡ ваҡыт үткән һымаҡ, әммә беҙ фажиғә урынына килгәс үҙебеҙҙең ниндәй  хәлдә булыуыбыҙҙы  бөгөн  дә хәтерләйбеҙ.  Карпат буйы хәрби округында  һәм Припять ҡалаһында эшләнек.  Беҙгә шартлаған реакторҙың реактив киҫәктәре һәм  радиация саңы менән ҡапланған территорияны таҙартырға тура килде.  Ысул берәү генә ине – көрәк тотҡан һалдат. Бинаны емереп, йыйышытырып, уны ер менән тигеҙләргә кәрәк ине.  Төрлөсә эшләнек  Ҡайҙалыр дүртәр сәғәт, ә ҡайҙалыр 20-шәр минут эшләнек.Берәр минутлап эшләгән мәлдәр ҙә булды, бынан һуң беҙҙе хәүефһеҙ зонаға ебәрәләр, ә беҙҙең урынға икенсе эшселәр сыға ине.  Беҙгә дозиметрҙар бирҙеләр. Әммә ҡот осҡос радиация шарттарында бер генә электрон системаһы ла эшләмәне.  Беҙ Тыуған илебеҙ алдында үҙ бурысыбыҙҙы үтәнек,  ә артабан беҙҙең менән нәмә булырын белмәнек”, - тип асырғанп иҫкә ала яҡташтарыбыҙ. Ул ҡатмарлы ваҡыт эҙемтәләрен ликвидаторҙар үҙҙәрендә һаман тоя.

“Ситләшкән зонала” Рим Шамил улы дүрт ай була, ошо ваҡытта  атом реакторына 60 тапҡыр бара.  Өйгә әйләнеп ҡайта, төҙөүсе булып эшләүен дауам итә, һуңынан “Сельхозхимия”ға ҡарауылсы булып күсә.  Унан 48 йәшендә пенсияға сыға. Вәғиз Сабирйән улы  ла пенсияла, ауырыуҙарға бирешмәҫкә тырыша, яратҡан шөғөлө- балыҡ ҡаптырыуға ваҡытын  бүлә.

Чернобыль АЭС –нда һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнөндә беҙ үҙенең ғүмерен һәм сәләмәтлеген башҡаларҙы ҡотҡарыу өсөн биргән кешеләрҙе иҫкә алабыҙ.Киләсәк   быуындар өсөн улар – батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ өлгөһө.

Л.Архипова

Автор:Светлана Малухина
Читайте нас