Яны Белокатай
+24 °С
Ямғыр
Общие статьи
28 Апрель 2022, 10:45

Бәләкәй эшҡыуарлыҡ

Донъя ни тиклем шәп үҫешмәһен, кешелек ниндәй генә фәнни – техник бейеклектәрҙе яуламаһын,  үҙенең тамырҙары менән ул барыбер мәңгелеккә ергә бәйләнгән.  Сөнки ул – беҙгә икмәк,  ит, һөт биргән әсә...

Бәләкәй эшҡыуарлыҡБәләкәй эшҡыуарлыҡ
Бәләкәй эшҡыуарлыҡ

Беҙҙең районда ла  ауыр физик эштән ҡурҡмаған һәм эшләгән – тешләгән тигән принцип менән йәшәгән шәхси ярҙамсы хужалыҡ  хужалары бар. Хеҙмәттә һәм хәстәрлектәрҙә улар бәхетле һәм ҡәнәғәт.  Ирле –ҡатынлы Илгиз Нурмөхәмәт улы менән Руфина Рәүеф ҡыҙы  Әбдрәхимовтар ( һүрәттә)  Түбәнге Үтәш ауылында тыуып үҫкән һәм шунда йәшәй.  Улар бер класта уҡый,  педагогик белем ала.  Руфина Рәүеф ҡыҙы хеҙмәт эшмәкәрлеген  “Йәйғор” балалар баҡсаһында  башлай һәм бына утыҙ йылдан ашыу ошо өлкәлә эшләй.  Илгиз Нурмөхәмәт улы ла Түбәнге Үтәш урта мәктәбендә физик культура уҡытыусыһы булып эшләй.  Хәҙер ул Яңы Балаҡатай ауылындағы  янғын  ҡотҡарыу часының 32-се отрядында 1-се ҡарауыл начальнигы.  Улар бергәләп өс бала тәрбиәләп үҫтергән.   Эш хаҡына ғына йәшәүе ҡатмарлы булыу сәбәпле улар үҙҙәренең шәхси хужалығын  тоторға уйлай. 2000 йылда аҡрынлап үҙҙәренең шәхси хужалығын яйға һала башлайҙар.  Тәүҙә 2 баш һыйыр, 6 баш һарыҡ алалар.  Хәҙер ғаилә йәшәгән күркәм йортто һәм хужалыҡ ҡаралытыларын  да һаҡсыл хужа үҙ ҡулдары менән төҙөгән.

 Бөгөн Әбдрәхимовтарҙың хужалығында 5 баш һыйыр һәм 30 баш һарыҡ бар.  Йәй иһә эшһөйөүсән хужалар күпләп тауыҡ, бройлер һәм ҡаҙ үҫтерә. Артҡан һөт менән итте халыҡҡа һаталар. Уларҙың 10 гектар  сабынлығы бар.  Ауыл хужалығы техникаһы ла үҙҙәренеке.  Йәй отпуск мәлендә балалары ата – әсәһенә  малға аҙыҡ әҙерләргә ярҙам итә. “Эш етерлек.  Хужалыҡ тотһаң,  мал ҡарарға өлгөрөргә лә,эшкә йөрөргә лә кәрәк.  Әммә был беҙгә ауыр түгел.  Иген фуражын Асыйылға ауылында “Сабирйәнов Ю.Р” крәҫтиән –фермер хужалығында һатып алабыҙ. Фураж бик сифатлы,  баҙарҙа ҡапсыҡтарҙа өс тапҡыр ҡиммәтерәккә һатып алғанға ҡарағанда осһоҙораҡ", - тип раҫлай хужабикә.  Ғаиләнең  пландарында -  хужалыҡты артабан  киңәйтеү һәм нығытыу.  Хужаларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, улар мал һанын ишәйтергә ниәтләнә.

 Ауыл эшсәндәре Илгиз менән Руфина Әбдрәхимовтар  тормоштан ышаныслы бара.   Үҙҙәренең еңел булмаған көндәлек хеҙмәте һәм үҙ ҡулдары менән улар  ғиләләренә табыш килтерә.  Ауыл шундай ғаиләләр иҫәбенә йәшәй ҙә инде.  Эштәрегеҙ уң булһын, Әбдрәхимовтар ғаиләһе, хеҙмәтегеҙ шатлыҡ килтерһен.

Л.Архипова

Автор:Светлана Малухина
Читайте нас