

Ул 1965 йылда Яңыбай ауылында тыуған, урта мәктәпте лә шунда тамамлай. Һуңынан - Совет армияһы сафтарында хеҙмәт. Балтик буйында, сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.
Армияла хеҙмәтен тултырып тыуған яҡтарына ҡайта, ир ҡорона ингән өлкәнәйгән үҫмер комсомол путевкаһы буйынса Балаҡатай район эске эштәр бүлегенә эшкә керә. Шул ваҡытта , 1986 йылда Вәис Миндейәровтың хеҙмәт эшмәкәрлегенең төп этабы башлана ла инде. Йәш хеҙмәткәрҙең милицияла тәүге вазифаһы - ваҡытлыса тотоу изоляторында постовой. Ике йыл ярым хеҙмәт иткәс, Вәис СССР Эске эштәр министрлығының Йылабуғалағы милиция мәктәбенә уҡырға инә. Уҡыған осорҙа йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса хеҙмәт итергә Таулы Карабахҡа командировкаға ебәрелә, унда әрмән – әзербайжан конфликты башланған ваҡыт була.
Милиция мәктәбен тамамлағас, лейтенант званиеһында офицер туған район бүлегенә ҡайта һәм хеҙмәтен дауам итә. Оперуполномоченный, уголовный розыск бүлексәһенең өлкән оперуполномоченныйы, бүлек наачальнигы ярҙамсыһы - оператив дежурный булып хеҙмәт итә. 1998 йылда ул ситтән тороп Рәсәй Эске эштәр министрылығының Өфө юридик институтын тамамлай.
2001 йылда Вәис Миндейәров йәмәғәт хәүефһеҙлеге милицияһы линияһы буйынса Балаҡатай район эске эштәр бүлеге начальнигы, ә тағы ла бер йылдан – начальник булып китә. Ошо вазифала эшкә ул туғыҙ йыл ғүмерен бирә.
“Мин етәкселек иткән коллектив ҙур ине, шулай уҡ беҙгә ҡараған ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре менән бергә йөҙҙән ашыу кеше , - тип хәтерләй отставкалағы милиция подполковнигы. – Бындай коллективҡа етәкселек итеү ябай булманы. Шулай ҙа бар вазифалар ҙа биләнгәйне. Шуға күрә енәйәттәрҙе асыу 93-95 процентҡа етте. Хәҙер иһә барыһы ла башҡаса. Тотош хеҙмәттәрҙе ҡыҫҡарттылар, хеҙмәтькәрҙәр етешмәй, бүлексәлә урындар буш” .- ти Вәис Марс улы.
Эске эштәр органдарында Вәис Миндейәровтың эш стажы 27 йыл тәшкил итә, шуның 9 йылын ул бүлек хеҙмәткәрҙәре коллективына етәкселек итә.. Ошо осорҙа ул Ватанға һәм халыҡ файҙаһына яҡшы хеҙмәте менән айырылып торҙо. Офицерҙың БР Эске эштәр министрлығы, район Хакимиәтенең Маҡтау грамоталары бар, Ш ,П һәм 1 дәрәжә “Эске эштәр министрлығында намыҫлы хеҙмәте өсөн” миҙалдары, күкрәккә таға торған “Эске эштәр министрлығында яҡшы хеҙмәт өсөн “ һәм “Эске эштәр министрлығына 200 йыл” билдәләре бар.
Вәис Миндейәров 2012 йылдан алып Башҡортостан адвокаттар коллегияһы адвокаты булып эшләй. Бына ун йыл инде ул граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлай. Граждандар һәм административ, шулай уҡ енәйәт эштәре менән дә осрашырға тура килә. Кешеләр ярҙам һорап йыш мөрәжәғәт итә, шуға күрә адвокаттың эше һәр саҡ етерлек.
Әйтергә кәрәк, Вәис Марс улының ҡатыны Екатерина Георгиевна ла эске хеҙмәттең отставкалағы подполковнигы. Ул егерме йыл ғүмерен енәйәт – башҡарыу инспекцияһында хеҙмәткә биргән, шул иҫәптән начальник вазифаһында ла. Улар ике улдарын - Денис менән Владиславты тәрбиәләп үҫтергән. Денис хәрби – һауа көстәренең Воронеж академияһын тамамлаған, шунда уҡыта. Владислав Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлай.
Байрам – Эске эштәр министрлығының эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары көнө уңайынан беҙ Вәис Марс улына сәләмәтлек, оҙон ғүмер, бөтмәҫ энергия һәм уңыштар теләйбеҙ.
А.Ужегов