Яны Белокатай
+24 °С
Ямғыр
Общие статьи
19 Апрель 2022, 06:08

Буласаҡ механизаторҙар имтихан тапшырҙы

Үткән аҙнала район Хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары В.Ушаков, хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы буйынса баш инженер В.Шихов, Дәүләт техник күҙәтеүенең Балаҡатай районы буйынса инспекцияһы начальнигы Д.Берсенев һәм ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре Дыуан киң профилле колледжының Яңы Балаҡатай ауылындағы филиалының икенсе һәм өсөнсө курстарында уҡыусылар менән осрашты.Осрашыу барышында  уҡыусылар эшкә урынлашҡанда йәш белгестәргә ярҙам саралары,  хеҙмәткә түләү һәм йәшәү шарттары тураһында белде, райондың ауыл хужалығын үҫтереү,  алда торған сәсеүгә әҙерләнеү , шулай уҡ  ауылда кадрҙар потенциалы тураһындағы мәсьәләләр тикшерелде.

Буласаҡ механизаторҙар имтихан тапшырҙыБуласаҡ механизаторҙар имтихан тапшырҙы
Буласаҡ механизаторҙар имтихан тапшырҙы

 Сара тамамланғас, егеттәр яҙғы – көҙгө осорҙа производство практикаһы үтеү өсөн” тракторсы – машинист” һөнәре буйынса ваҡытлыса таныҡлыҡ алыуға имтихан тапшырҙы.

Л.Архипова

Автор:Светлана Малухина
Читайте нас