Айҙаҡай – ҙур ауыл түгел, әммә бында матур – матур күркәм йорттар төҙөлгән һәм төҙөлә, балалар баҡсаһы менән бергә туғыҙ йыллыҡ яңы типовой мәктәп төҙөлдө, ике магазин, медпункт, “Ситдиҡов” шәхси предприятиеһы эшләй. Ике ҡатлы Мәҙәниәт йорто – ауылыбыҙҙың биҙәге..Ауылыбыҙҙа бик егәрле, эшһөйөүсән халыҡ йәшәй. Күпләп мал аҫрайҙар, кемдер ҡош – ҡорт үрсетә, бал ҡорттары тота, һәр кем әмәлен табып матур итеп донъя көтөргә тырыша. Айҙаҡай 1992 йылда уҡ “зәңгәр яғыулыҡ” селтәренә тоташтырылды. Хәҙер халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлы шарттар бар. Өлгөлө ғаиләләр ҙә йәшәй беҙҙең ауылда.
Ауыл беҙҙең дөйөм йортобоҙ булыуын халыҡ яҡшы аңлай. Яҙ етһә, өмәләр гөрләп тора : һыу буйҙарын сүп –сарҙан таҙарталар, ауыл зыяраты тәртипкә килтерелә, былтыр уны тимер ҡойма менән кәртәләп алдылар, юлдар төҙөкләндерелә. Ауыл уртаһында торған һәйкәл – обелиск та кәртәләп алынды. Ауыл Мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләре һәм ишектәре заманса евроға алмаштырылды. Бында уның директоры Винер Ҡазыевтың хеҙмәт өлөшө ҙур, ауыл халҡы ла ихлас ярҙамлашты. “Мин ауылдаштарыма һәм ошо ауылда тыуып үҫеп хәҙер ситтә йәшәгән бар кешеләргә аҡсалата күрһәткән ярҙамы өсөн оло рәхмәтемде белдерәм, күмәкләгән – яу ҡайтарған , тип юҡҡа әйтмәйҙәр”, - бит ти директор үҙе. Беҙҙең Мәҙәниәт йортоноң ишегендә йоҙаҡ эленеп тормай. Мәҙәниәт йорто директоры Винер Вәғиз улы Ҡазыев менән художество етәксеһе Ильзида Хәлимулла ҡыҙы Усманова үҙ бурыстарын бик етди, яуаплы башҡара. Төрлө- төрлө саралар, кисәләр, концерттар ҙа күп ойошторола.
Бына март аҙаҡтарында ла беҙҙә бик йөкмәткеле йомғаҡлау концерты уҙҙы. Сарала бар ауыл халҡы тиерлек, 7- 70 йәшлек кешеләр ҡатнашты. Концертты Өфө ҡалаһынан өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән Рената Ғәлләмова “Ҡарабай” башҡорт халыҡ йыры менән асып ебәрҙе. Йәсминә Ғәлләмова башҡорт лирик бейеүе менән ҡыуандырҙы. Мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалманы: башҡорт һәм үзбәк халыҡ бейеүҙәрен, матур йырҙар башҡарҙылар. Ауылдың үҙешмәкәрлектә ҡатнашҡан ҡатын – ҡыҙҙарҙың “Миләш” , “Ләйсән” ансамблдәре моңло тауыштары менән халыҡты хайран итте, ҡумыҙ тауышын да ишетте был көндө айҙаҡайҙар. Луиза Ҡазыева, Дилә Шәрәфиева, Ләйсән Сәфиуллина, Юлиә Ҡазыева башҡарыуында башҡорт лирик бейеүе, Сажиҙә Мөхәмәтшина башҡарған испан бейеүе тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Ә Ильзида Усманова “Ҡыр ҡаҙҙары” йырын башҡарғанда залда ултырған оло йәштәгеләр йәшлегенә кире ҡайтҡандай булды. Концерт бик гә килеп сыҡты .Ауыл халҡы исеменән концертты ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт әйтәһе килә. Шулай уҡ форсаттан файҙаланып район Хакимиәте башлығы М.Миниғәлингә, беҙҙең ауылда тыуып үҫеп хәҙер район Советы рәйесе урынбаҫары, врач Н.Ҡәйүмовҡа, Ҡарлыхан ауыл советы хакимиәте башлығы С.Токаревҡа беҙгә мөһим мәсьәләләрҙе һәм проблемаларҙы хәл итеүҙә күрһәткән даими ярҙамы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Үҙемдең мәҡәләмде шундай һүҙҙәр менән тамамлайһым килә : ауылыбыҙҙа тик ошондай матур, күңелле генә саралар үтеп торһон. Донъя тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын. Беҙ бергә булғанда ғына - беҙ көслө. Ауылыбыҙ халҡы менән беҙ – тыныслыҡ өсөн!.
Ә.Миндебаева, Айҙаҡай ауылы