

Клуб мөдире Лилиә Вафинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡатын –ҡыҙҙар концерттар һәм саралаға костюмдарҙы үҙҙәре тегә, сценарийҙар, репертуар, вокал һәм бейеү номерҙары әҙерләй. Хәҙер улар “Сәй карнавалына” әҙерләнә.
“Айыҡ ауыл”конкурсында ҡатнашып, ҡатын – ҡыҙҙар был исемде аҡларға тырыша, ауыл халҡы үҙенең буш ваҡытын айыҡ үткәрһен өсөн буш ваҡытты ойоштороуға бар көсөн һала. Был эштә һәр кем ҡыҙыҡһынған, һәр ҡатын – ҡыҙ балаларын, ирен, туғандарын, яҡындарын айыҡ күрергә теләй бит. Һәм был эштәре һәйбәт кенә барып сыға. Ауылдың муниципаль этапта еңеп сығыуы ошо хаҡта һөйләй, хәҙер иһә улар республика этабына әҙерләнә. Бында “Әхирәттәр” клубында ҡатнашыусылар һәм конкурстың кураторы Регина Хәбибуллинаның хеҙмәте ҙур. Красный Пахарь халҡына республика конкурсында уңыштар теләйек.